+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
20 Ғинуар 2022, 08:00

Кем ғәйепле?

Минең ҡайным үҙенең бөтә шәхси проблемаларында кемдер ғәйепле тип һанаған кешеләр рәтенә инә. Әйтәйек, сәскән кишере сыҡмаған, – тимәк, жуликтар насар орлоҡ һат­ҡан, бармағына сүкеш ме­нән һуҡһа – аңралар ҡа­ҙаҡтарҙы тейешле металдан яһамаған, өйҙә көсөр­гәнеш артыу арҡаһында ут һүнһә – Чубайс эшен илке-һалҡы башҡара…

Кем ғәйепле?
Кем ғәйепле?

Бына уның иҫке “пятерка”һында дачаға китеп барабыҙ. Баҫыуҙар ара­һын­дағы юлға боролабыҙ. Юл киң, ситендә шлагбаум тора. Был шлагбаумды ни өсөн ҡуйғандарын бер кем дә хәтерләмәй. Ул һәр ваҡыт асыҡ – торба юл буйына бороп ҡуйылған. Ҡай­ным ни өсөндөр маши­наһын юл ситенә ҡыҫты, уң яҡтағы тәҙрә быялаһы торбаға эленде…
Тәҙрә тишек, салонда быяла ватыҡтары… Ҡай­ным машинанан атылып төштө. Күҙҙәрен әйлән­дергеләп, сәйер тауыштар сығарып, “пятерка” тирәләй сабауыллап йөрөй. Башын борғолай – тирә-йүндә бер кем дә күренмәй, баҫыу­ҙағы үләндәр өҫтөнән ел генә “йүгерә”. Ниһайәт, асыуы баҫыла төшкәс, ул маңлайына һуға-һуға ҡысҡырҙы:
– Шайтан алғыры, бер кемде лә ғәйепләрлек тү­гел!

В. АЛЛАЯРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: