– Юҡ.
– Улайһа, ҡайҙан алдың?
– Күрше урамда йәшәүсе ҡатын һатты.
– Күпмегә?
– 50 тәңкәгә генә.
Егеттең ата-әсәһе, әлбиттә, ышанмаған. “Ниндәй ғиллә был?” – тип ҡатындан һорашырға барған.
– Беләһегеҙме? – тип аңлатҡан ҡатын. – Ирем командировкаға киткәйне. Кисә шылтыратты. Икенсе ҡатын осраттым, уның янында ҡалам, ти. Үҙенең бөтә мөлкәтен һатып, аҡсаһын күсерергә ҡушты… Бына ҡушҡанын үтәйем. Әйткәндәй, һеҙгә өс бүлмәле фатир кәрәкмәйме? 100 тәңкәгә генә бирәм.
Көтөп торорҙар
Журналист лотоға 10 миллион һум аҡса отоусынан интервью ала.
– Әйтегеҙ әле, был ҡәҙәр аҡсаны ни эшләтмәксе булаһығыҙ?
– Бурыстарымды ҡайтарам.
– Ә ҡалғанын?
– Ҡалғандар көтөп торор.
У. ҠАҘАҠҠОЛОВ.
Композитор
Автобуста китеп барам. Янымдағы кешеләргә иғтибар итмәй, нимәлер хаҡында уйланам. Ҡапыл мине күктән ергә ниндәйҙер ҡурҡыныс, ҡыл һымаҡ нервыларҙы өҙгөләүсе музыка төшөрҙө. Хатта музыка ла түгел, ә ҡолаҡ ярғыс йәмһеҙ тауыштар. Тирә-яғыма ҡаранһам – 20 йәштәр тирәһендәге егеттең телефонынан килә теге музыка.
Ул һөйләшеп бөткәндән һуң, бер апай уҫал итеп әйтеп ҡуйҙы:
– Музыкаң бигерәк һәйбәт! Төндә ҡотоң осоп һикереп торорлоҡ.
– Уны мин үҙем яҙҙым, – тип маҡтанды егет. – Ишеттегеҙ бит, бер кемдеке менән дә бутап булмай. Теләһәң дә.
Барыһы ла уның һүҙҙәрен күңеленән үткәрҙе. Ағайҙарҙың береһе автобусты яңғыратты:
–Бына, исмаһам, композитор!
Икәүләшеп
– Доктор, иремде бер нисек тә компьютерҙан айырып ала алмайым, көн-төн танкылы уйнай. Миңә әйләнеп тә ҡарамай, – тип зарлана бер ҡатын.
– Уға тормошоғоҙҙа башҡа ир барлыҡҡа килеүен күрһәтегеҙ, – тип кәңәш итә доктор. – Бәлки, шунан һуң һеҙгә иғтибар итә башлар.
Бер аҙна үтә. Ҡатын тағы ла докторға килә.
– Мин әйткәнсә эшләнегеҙме? – тип һорай табип.
– Эйе. Икенсе ир менән таныштым, – ти ҡатын.
– Һөҙөмтәһе нисегерәк һуң?
– Хәҙер улар икәүләшеп танкылы уйнай.
Б. СӘЛМӘНОВ.