Аптырағас, күршеһенә өндәшкәйне, тегеһенең иҫе лә китмәне, кәңәш бирҙе:
– Һин, төн уртаһы еткәс, өйөңдөң һәр бер мөйөшө буйлап йөрөп сыҡ та, яман итеп һөрән һал: «Беҙҙә ашарға юҡ, беҙҙә ашарға юҡ!» – тип бер нисә мәртәбә ҡысҡыр.
Күршеһе өйрәткәнсә, хужабикә шулай эшләне лә, ҙур эш башҡарған һымаҡ, үҙенән-үҙе бик ҡәнәғәт булып, арып-талып татлы йоҡоға сумды.
Төн уртаһында хужабикәне кемдер уятты. Йоҡо аралаш саҡ-саҡ бер күҙен асып ҡына ҡараһа, оло ғына бер тараҡан, оҙон мыйығын һелкеткеләп, хужабикәгә ҡарап тора.
– Тор инде, тор, беҙ һиңә ашарға алып килдек!.. – тине лә мөйөштәге тишеккә инеп сумды ул.
Л. Шаянова.