Ауылда ҡарт-ҡоролар ғына тороп ҡалһаҡ та, тормоштан артта ҡалмайынса, йәштәрсә донъя көтәбеҙ. Төрлө байрамдар ойошторабыҙ. Быйыл һабантуйға район үҙәге футбол командаһын ярышҡа саҡырҙыҡ. Мин, ҡыҙым – үҙәк, Кәримә әбей – һул, Зөлхизә ҡарсыҡ уң яҡтан һөжүм итеүсе булды. Ҡалған ун ике әбей, йүгерергә хәлдәре булмағас, тегеләргә аяҡ салып, йығылтып ҡына йөрөнө. Ҡунаҡтарҙы 6-ға 5 менән еңдек. 6-ға 0 булыр ине, үҙебеҙҙең Зөлхизә ҡарсыҡ ҡына ҡайһы ҡапҡа беҙҙеке, ҡайһыныһы тегеләрҙеке икәнде онота ла ҡуя. Шуға күрә биш голды үҙебеҙҙекенә индерҙе.
Ауылыбыҙҙа мәҙәниәтте лә үҫтерәбеҙ. Элек йәштәр йырлап-бейеп концерт ҡуйҙы. Беҙ уларҙан да уҙҙырып, һыйыр, кәзә, тауыҡ, ҡаҙҙарҙы өйрәтеп, цирк ойошторҙоҡ. Тәнзилә әбейҙең үгеҙе алғы ике аяғына баҫып, «Байыҡ», «Ете ҡыҙ» бейеүен башҡарҙы. Ғүмәр бабайҙың кәзәһе гармунда уйнаны.
Пенсиябыҙ бәләкәй булғас, ватылған сәғәттәрҙе йүнәтергә аҡсабыҙ етмәй. Юғалып ҡалманыҡ. Әтәстәребеҙҙе өйрәттек. Сәғәт берҙә – бер, икелә – ике, йәғни сәғәт нисә булһа, шул тиклем бик дөрөҫ ҡысҡыралар. Хәсән бабай еңел машина һатып алды. Күҙе алама күргәс, рулгә әбейе ултырҙы. Уныһы «тимер ат»ты туҡтата белмәгәс, көнө буйы ауыл тирәләп әйләнеп йөрөнө. Ярай әле, бензины бөттө.
Ауылыбыҙҙа балалар юҡ, тип мәктәпте яптылар. Аптырағас, үҙебеҙ, ҡарт-ҡоролар, уҡырға барған булабыҙ. Әле ҡабатлау таблицаһын, инглиз хәрефтәрен ятланыҡ. Дүртенсегә тиклем белем алабыҙ ҙа яңынан беренсегә ултырабыҙ. Сөнки бишенсегә күрше ауылға йөрөүе бик ауыр.
Балалар баҡсаһы ла буш тора. Өйҙә ялҡып китһәк, унда барып та уйнап ҡайтабыҙ.
Кис клубҡа дискотекаға йыйылабыҙ. Йәштәр һымаҡ, маймылдарға оҡшатып бейейбеҙ. Шарт та шорт һағыҙ сәйнәйбеҙ. Бабайҙар, егеттәр кеүек, беҙҙе оҙата.
Бына шулай, ейәнсәрем, ауылыбыҙ шаулай, гөрләй. Каникулға һине ҡунаҡҡа саҡырып, өләсәйең МӘХМҮЗӘ.
Юнир САЛАУАТОВ.
Хаят ЙӘРМӨХӘМӘТОВА һүрәте.
https://yanshishma.com/articles/t-rl-n-n/2021-06-17/l-s-y-haty-2361629