+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
26 Ғинуар 2022, 18:25

«Бишле» тамғаһы

Зифа Мифтаховна балаларға «Сәйә­хәт» тигән темаға инша яҙырға ҡуша. Кемдең иншаһы иң оҙон була, шуға «бишле» ҡуйырға вәғәҙә итә.

«Бишле» тамғаһы
«Бишле» тамғаһы

Уҡытыусы апай дәфтәрҙәрҙе йыйып алып тикшерә башлағас, Салауат­тыҡына ла сират етә. Иң оҙоно Сала­уат­тың иншаһы булып сыға. Ул егерме биттән дә артығыраҡ.
Уҡытыусы дәфтәрҙе аса һәм уның һуңғы битен ҡарай. Ысынлап та, бер дәфтәр туп-тулы. Ҡыҙыҡһынып шунда уҡ уҡырға тотона. Инша ошолайыраҡ башланып китә:
– Һыбайлы Санкт-Петербургтан Мәскәүгә юл тотҡан була. Шул юлдан әй килә лә килә, әй килә лә килә, әй килә лә килә, әй килә лә килә, әй килә лә килә, әй килә лә килә, әй килә лә килә икән, – тип, ике бит яҙылған. Зифа Мифтаховна түҙмәй дәфтәрҙең ҡап уртаһын асып ҡараһа, теге һыбайлы һаман килә икән.
Хәҙер инде һыбайлы:
– Тыр-тыр, тыр-тыр, тыр-тыр, тыр-тыр, тыр-тыр, тыр-тыр, тыр-тыр, тыр-тыр, тыр-тыр, тыр-тыр, тыр-тыр, тыр-тыр, тыр-тыр, тыр-тыр, тыр-тыр, хәҙер килеп етәбеҙ, тип һаман килгән дә килгән, килгән дә килгән, килгән дә килгән, килгән дә килгән, килгән дә килгән, килгән дә килгән килгән дә килгән һәм хәлдән тайып саҡ Мәскәүгә килеп еткән, тигән яҙыу бир нисә биткә һуҙылған була.
Бындай иншаны күреп, Зифа апай шул хәтле аптыраған. Аҙаҡҡы битте асып ебәрә лә оҙаҡ ҡына уйланып ултыра. Вәғәҙә иткән «бишле» билдәһен ҡуйырғамы, юҡмы? Дәфтәрҙе япҡас, һушына килә алмай оҙаҡ ҡына ултыра, шунан тиле кеше һымаҡ үҙе лә көлөргә тотона.
Оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләгән уҡытыусы бындай хәлгә беренсе тапҡыр тарый. Шулай ҙа, әйткән һүҙ – атҡан уҡ, тип, ҙур итеп «бишле» тамғаһын ҡуя.

Л. ШАЯНОВА.

Һүрәт: aminoapps.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: