+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
27 Ғинуар 2022, 09:05

Ағас башынан юл булһа...

Хужа Нәсретдин урам аша йәйәү ҡайтып килә икән, тегеңә уҫал урам малайҙары осраған. Хужаның аяғында бик яҡшы кәлүштәрҙе күреп, былар уны нисек тә хәйләләп һалдырып алырға уйлаған.

Ағас башынан юл булһа...
Ағас башынан юл булһа...

– Әйҙә тура юлдан ҡайтайыҡ, – тигән булып, уны ҡуйы ағастар араһына алып кергәндәр ҙә: “Аҙаштыҡ, шикелле, һин Хужа абзый, ағас башына менеп, юлды ҡарап төшмәҫһеңме икән”, – тип хәйләләгәндәр.

Хужа ни, кәлүштәрен һалып ҡултығына ҡыҫтырған да ағасҡа менә башлаған. Малайҙар: “Шул кәлүштәреңде нимәгә унда алып менәһең инде?”, – тигәс, Хужа: “Ю-ю-ҡ, ҡалдырмайым, әгәр ҙә ағас башынан тура юл булһа, шунан ғына ҡайтып китәм”, – тигән.

 Ишәк өҫтөндә

Хужа ишәгенә атланып баҙарға китеп барғанда, уның артынан атҡа атланған бер бай килеп еткән. Ул, Хужаны хурламаҡсы булып:

– Йә, ишәк өҫтөндә барыуы нисек, һәйбәтме?

– Атҡа атланған ишәккә ҡарағанда, аҡыллы баш булып, ишәккә атланып йөрөү күңеллерәк, – тип яуап ҡайтарған Хужа.

Былау артынан ғына

Сәйәхәт итеп йөрөгәндә Хужа күптәнге бер таныш байына ҡунып сығырға ингән. Бай үҙенең ҡәҙерле ҡунағына урынды нисек тә яҡшыраҡ итеп йәйергә тырышып  йөрөй икән. Ә юлдан асығып килгән Хужа ҡасан ашарға бирерҙәр, тип көткән.

– Хөрмәтле Хужа, сәй эсергә теләмәйһеңме? – тип һораған бай йоҡлар алдынан.

Хужа асыуы сығып:

– Мин сәйҙе былау артынан ғына эсергә өйрәнгән шул, – тигән.

Кем бөйөгөрәк?

Бер ваҡыт Хужа Нәсретдиндән:

– Әйт әле, Хужа, батшамы, әллә крәҫтиәнме, ҡайһыһы бөйөгөрәк? – тип һорағандар.

– Йүнһеҙ һорау, – тигән Хужа, – билдәле, крәҫтиән. Әгәр крәҫтиән иген икмәһә, батшалар күптән астан үлеп бөткән булырҙар ине, – тигән.

Һүрәт: http://idel-tat.ru/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: