+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
8 Февраль 2022, 09:00

ТӨШ

Психоаналитик клиент менән әңгәмәләшә.– Әйт әле, кисә төндә осраҡлы ғына төш күрмәнеңме?– Хәтерләмәйем, бәлки, күргән­мендер ҙә…

ТӨШ
ТӨШ

– Бәлки, төшөңә балыҡ ингәндер?
– Юҡ…
– Төшөңә ни инде һуң?
– Ни… мин урамда йөрөнөм…
– Ә унда соҡорҙар һәм күләүектәр бар инеме?
– Ни… хәтерләмәйем…
– Бәлки, урамда улар булғандыр?
– Мин, соҡорҙа йә башҡа ерҙә күләүек булғандыр, тип уйлайым.
– Ә ул күләүектә балыҡтар булыуы ихтималмы?
– Юҡтыр…
– Ниңә?
– Сөнки балыҡтар бысраҡ күләүектә йәшәй алмай.
– Төшөңдәге урамда ресторан бар инеме? Һин урамда йөрөгәнһең, шулай бит?
– Бәлки, унда ресторан да булғандыр…
– Ә ресторанда балыҡ бирәләрме?
– Мин, ресторанда биреүҙәре ихтимал, тип уйлайым…
– Әһә! Шулайҙыр тип уйлағайным да! Төшөңдә балыҡ күргәнһең! Мин һиңә башта уҡ әйттем дә баһа!..

И. САЯПОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: