+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
19 Февраль 2022, 10:00

Бер туғандармы әллә?

Рәсәй – бөйөк ил. Уның әрмеһенән ҡурҡалар. Бигерәк тә 18 – 27 йәшлек егеттәр. ***

Бер туғандармы әллә?
Бер туғандармы әллә?

Плац буйлап өс һалдат йүгерә. Прапорщик уларҙы туҡтатып һорай:
– Фамилияларығыҙ?
– Рядовойҙар Иванов, Петров, Сидоров!
– Бер туғандармы әллә?
– Юҡ.
– Ә аңланым, фамилиялаштар!
***
Әгәр һеҙҙе түләүһеҙ уҡыталар, дауалайҙар, ашаталар һәм кейен­дерәләр икән, тимәк, ишек алдында – плац.
***
Америка армияһы, һалдат өйөнә ҡайтып китергә йыйына. Уның янына капрал килә:
– Джон, хеҙмәт иткәндә һиңә бик күп насарлыҡ эшләнем, мин үлгәс, зыяратҡа килеп, ҡәберемә мотлаҡ төкөр.
– Мин сиратта торорға яратмайым, өҫтәүенә, зыяратта.
***
Генерал атай кейәүгә сыҡмаған ҡыҙы менән һөйләшә.
– Ҡасан кейәүгә сығаһың? Яныңда йәш, матур, перспективалы әллә күпме офицер.
– Атай, мин уларға оҡшамайым. Холҡоң алама, тиҙәр.
– Насар, ҡыҙым...
– Ә һин, атай, әйткәндәй, генерал. Үҙең лайыҡлы тип тапҡан офицерға бойора алаһың.
– Бойора алмайым, ҡыҙым, тота килеп кешене үлемгә дусар итергә мораль хоҡуғым юҡ.
***
Сержант рядовойҙан һорай:
– Автоматты таҙартыуҙы ниҙән башларға?
– Завод номерын тикшереүҙән, иптәш сержант!
– Аңламаным.
– Ә мин ни өсөн башҡаларҙың автоматын таҙартырға тейеш әле?!
***
Ҡыҙҙарһыҙ, дискотекаларһыҙ, һыраһыҙ, тәмәкеһеҙ тормош бар. Ул әрмелә хеҙмәт итеү тип атала.
***
– Лейтенант, һин ни өсөн һүгенәһең, ул тыйылған бит.
– Иптәш полковник, улайһа, һалдаттарға Ватанды һаҡларға кәрәклеген нисек аңлатырға һуң?
***
Тост. Араҡы – һалдаттың дошманы. Ә һалдат дошмандан ҡурҡмай. Батырлыҡ өсөн!
***
Һалдат 23 февралгә плакат төшөрөп ултыра. Янынан үтеп барған старшина йылмая, һалдаттың арҡаһынан ҡағып, былай ти: “Төшөр, төшөр, Моцарт!”
***
Сержант рота буйынса дневальный-новобранецҡа:
– Генерал килмәнеме?
– Юҡ.
– Килһә, тиҙ генә хәбәр ит.
Шулай бер нисә тапҡыр. Ротаға генерал инә. Дневальный:
– Һеҙме ни генерал?
– Эйе.
– Ҡайҙа төртәңләп йөрөйһөң ул? Һине сержант ике сәғәт буйы көтә.
***
Араҡынан спирт еҫе түгел, ә гауптвахта еҫе килә.
***
Тиҙҙән илебеҙҙең бөтә офистарында ла көрөшкәләрҙе йыллыҡ алмаштырыу үтәсәк. Ир-аттарҙыҡы – 23 февралдән, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы 8 Марттан һуң.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: