+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
20 Февраль 2022, 12:00

Әрме мәҙәктәре

Ун йыл йәшәгәс... Әрмелә һәр кем, хәтерегеҙҙәлер, календарҙы тишеп, дембелгә тиклем нисә көн ҡалғанын иҫәпләй.

Әрме мәҙәктәре
Әрме мәҙәктәре

Күпмелер йылдар уҙғас ҡына аңлайһың: кәләшһеҙ ике йыл, ике йыл мәктәпкә ата-әсәләр йыйылышына барып, улың/ҡыҙың өсөн сөгөлдөр кеүек ҡыҙарып ултырмайһың, ҡатының магазиндар буйлап сепрәк-сапраҡ һайлағанда көнө буйы телеңде эттәй һәлендереп эйәреп йөрөмәйһең, аҙна һайын көс еткеһеҙ күстәнәстәр йөкмәп,“һөйөклө” ҡәйнәңдең хәлен белергә сапмайһың, эштән саҡ ҡына һуңлап ҡайтһаң да, әшнәләрең менән барҙа ултырһаң да әрләнмәйһең...
Юҡ, егеттәр, әрмегә ғаилә ҡороп, ун йыл үткәс саҡырырға кәрәк, ул ваҡытта Ватанды һаҡлауҙан бер генә ҡасып ҡалыусы ла булмаясаҡ!

Кәрәкмәй

Төшөмә көн дә тиерлек хәрби училище инә. Көн дә тиерлек иртән уянғас, үҙемдең казармала икенсе ярустағы койкала түгел, ә өйҙә икәнлегемә ҡыуанып бөтә алмайым. Мин үҙемә беркетелгән 117-се өҫтәлдең яҙмышы өсөн бүтән башым менән яуап бирмәйем. Шинелемдән биллекте урламаясаҡтар. Мин яуаплы булған авария яҡтыртҡысы – кәрәсин шәменең яҙмышы мине ҡыҙыҡһындырмай. Миңә йоҡларға ятыр алдынан саф менән училищены урап, Ленин, партия һәм Щорс тураһында йырларға кәрәкмәй. Ә төндә, ниһайәт, ғарҡ булғансы тығыныр өсөн ашханаға барып, бер буханка йылы икмәк сәлдереп, уны ашарға, артынан крандан һыу эсеп ҡуйырға кәрәкмәй.

Фото: caricatura.ru

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: