+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
22 Февраль 2022, 11:10

Әрме мәҙәктәре

Яҙмыш 23 февраль кисе. Такси менән ҡайтып барам. Шофер һөйләй: “Бер сәғәт эшләйем дә байрамды билдәләргә өйгә ҡайтып китәм!” Әңгәмәләшкән арала уға визиткамды бирәм – “Компью­терҙар ремонтлау”.

Әрме мәҙәктәре
Әрме мәҙәктәре

24 февраль иртәһе. Ниндәйҙер ҡатын шылтырата, көлә: “Кисә беҙ 23 февралде байрам иттек. Ноутбукка араҡы түктек. Ирем ғәжәпләнеп һәм бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә һеҙҙең визитканы бирҙе”.
Яҙмыш.

Бишенсе ҡайҙа?

Дүрт һалдатты һәм прапорҙы эшкә ебәргәндәр. Эш бөткәс, прапор һалдаттарҙы теҙеп һанаған:
– Берәү, икәү, өсәү, дүртәү. Беҙ бишәү инек. Бишенсе ҡайҙа? Бишенсене эҙләйбеҙ. Таралышығыҙ!
Ун минут үтә. Тағы ла теҙеләләр. Шул уҡ хәл. Команда: «Таралышығыҙ! Бишенсене эҙләйбеҙ». Өсөнсө тапҡыр теҙелгәс, бер һалдат телгә килә:
– Иптәш прапорщик, миңә һанарға рөхсәт итегеҙ, ә һеҙ сафҡа баҫығыҙ.
Һанай: «Берәү, икәү, өсәү, дүртәү һәм, үҙенә күрһәтеп, бишәү».
Прапор һалдат янына килә лә елкәһенә тондора:
– Тәк, етлекмәй тыуған, беҙ һине ярты сәғәт буйына эҙләнекме ни?

Р. ВИЛДАНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: