Бер ваҡыт атайым менән ултырып барҙым, эшенә. Ялан ситендәрәк ҡарап торорға тип төшөрөп ҡалдырҙы. Унда бер техника боҙолоп ултыра ине, шуның янына килдем. Майға болғанып бөткөн бер ағай эргәһенә барып, һорарға булдым:
– Ағай! Нимә булды?
– Искра юғалды! – ти теге.
Мин уны-быны белмәйенсә:
– Төшөп ҡалдымы икән ? – тигән булдым үҙемсә.
Ағай, нимә тураһында эш барғанын аңлап, шаяртырға булған:
– Шулай инде! Яланда ҡайҙалыр ятып ҡалғандыр инде. Бар, биҙрә алып, эҙләп кил әле! – тине лә етди ҡийәфәт менән эшен дауам итте.
Мин, ҡулыма биҙрә тотоп, киттем эҙләргә. “Табып булманы”, – тип килһәм, кире бороп ебәрә:
– Шунда ғына ята! – ти.
Шулай итеп, ярты көн эҙләп йөрөгәндән һуң, ағайҙар зыр көлөп эштең айышын миңә аңлаттылар. Уның ҡарауы, беҙҙең ауылда “искра ҡайҙа?” тигән лаҡап тороп ҡалды.
Рифат ЙӘМЛИХИН яҙып алды.