Көтмәгәндә кемдер еңелсә генә арҡамдан ҡаҡты. Боролһам, бер ҡыҙ ауыҙын йырып ҡарап тора. Үҙе бер ҡалаҡ һыуға һалып йоторлоҡ һылыу. Яңыраҡ осрашып йөрөгән ҡыҙым менән ташлашҡайныҡ. Башлыҡ аҫтындағы башымдан уйҙар йүгерешә: “Бирәйем тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, ти. Ҡалай һәйбәт булды әле! Ҡармаҡ һалып ҡарарға кәрәк, бәлки, сиртер?..”. Ҡолаҡсынды һалып, ҡыҙыҡһынам:
– Ни кәрәк?
– Һинең менән танышҡым килә, – ти керпектәрен түбән төшөрөп.
Белмәйем, ни өсөн былай тип әйткәнмендер, ләкин әйттем:
– Былай дөрөҫ түгел, егеттәр ҡыҙҙар менән танышырға тейеш. Әйҙә, һин ишек янына бар, шунда танышырбыҙ.
Ҡыҙ тыңланы, миңә йылмайҙы ла ҡушылған ергә атланы. “Барыһы ла мин уйлағанса!” – ҡыуанысым эсемә һыймай. Музыканы һүндерҙем, ҡулымдан килгәнсә йылмайырға тырышам. Янына барҙым да көр тауыш менән һораным:
– Һинең менән танышырға мөмкинме?
Ҡыҙ миңә шикле-һауалы ҡараш ташланы:
– Мин автобуста танышмайым.
Шунан башын юғары күтәреп автобустан төшөп ҡалды.
Бынан һуң аңла һин уларҙы!
Д. БУРАНБАЕВ.