+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
4 Март 2022, 13:00

Иғландарҙан

«8 Март алдынан формала һәм мигалкала киләбеҙ, һөйгә­негеҙҙең/ҡатыны­ғыҙҙың күҙ алдында ҡулға алабыҙ.

Иғландарҙан
Иғландарҙан

Бер көндән ебәрәбеҙ. Хаҡы ни бары 100 доллар. Уға балыҡ тотоу өсөн урын табыу, һыра, ҡабым­лыҡ­­тар, палатка, төр­лө өҫтәл уйындары инә».
***
«Мин, 3-сө курс студенты Айыуханов И. Т., ҡулыма аҡса инеү сәбәп­ле, дүрт көн лекцияларға йө­рөмәнем. Көскә тотоноп бөттөм».
(Аңлатманан).
***
«Аҡ аттағы шаһза­даны көтөүсе ҡыҙҙар иғтиба­ры­на! Ат йән­тәслим ҡыл­ды, йәйәү киләм, шуға күрә тотҡарланам».
***
«Ромашкалар план­та­цияһына талап ите­лә… Талап ител­мәй… Талап ите­лә… Талап ител­мәй… Эйе лә баһа, һәйбәт эш­се­ләр талап ителә».

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: