-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
8 Март 2022, 16:00

Иҙән йыуам

Һәр ҡатын-ҡыҙ машинаға идара итергә ярата, биге­рәк тә руль артында ире булғанда. ***

Иҙән йыуам
Иҙән йыуам

***
– Лена, һин балаларыңды 8 Март менән ҡотла­ныңмы? Һинең ҡыҙмы әле?
– Ҡыҙ менән малай. Ҡыҙымды ҡотланым, онлайн уйынсыҡҡа 500 тәңкә бирҙем, күңеленә оҡшаға­нын үҙе һайлап алһын.
– Ҡустыһы апаһын нисек ҡотланы?
– Бөгөн һинең өсөн иҙән йыуам, тине.
– Шәп! Минең ҡусты ла бала саҡта миңә ошондай бүләк бирә торғайны.

***
8 Март алдынан магазинда башҡа әйберҙәр менән бергә ҡаплы кәнфит тә һатып алдым. Ҡаптың тышына бөҙрә сәсле мөлә­йем ҡыҙ төшөрөлгән. Ете­һендә өлкән класта уҡыусы улыма, берәйһен ҡотлар­һың, тип бирҙек. Кис һора­шабыҙ.
– Йә, нисек?
– Бик шәп булды!
– Кемде ҡотланың һуң?
– Беҙ, дүрт малай, ашханала ултырып, кәнфит­тәрҙе үҙебеҙ ашаныҡ! Шул тиклем тәмле булды!

***
14 февраль… 23 февраль… 8 Март… Әйҙәгеҙ, уларҙы бер байрамға бер­лә­­штерәйек: Ватанды һаҡ­лаусыларға ғашиҡ халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө!

***
Ҡатыныма 8 Мартҡа ҡәһүә сынаяғы һатып алдым да, уға телевизорға касса чегын беркеттем. Хәҙер һөйөклөм уны ҡу­лына алырға ла ҡурҡа…

***
Ни өсөн 23 февралдә ҡырыныу күбеге һәм тру­сиктарға хаҡ артмай, ә 8 Мартта сәскәләргә хаҡ ике мәртәбә арта?

***
– Ҡәҙерлем, һин миңә 8 Мартҡа бүләк алдыңмы?
– Әлбиттә, һөйөклөм.
– Ә ул миңә оҡшармы икән?
– Оҡшамаһа, миңә би­рерһең, мин күптән ундай спиннинг тураһында хыяллана инем.

***
Ике наркоман төтәтеп ултыра. Береһе әйтә:
– Ниңә бөгөн һинең кәйефең юҡ?
– 8 Мартҡа ҡыҙыма ни бүләк итергә лә белмәйем.
– Ә ҡыҙыңдың 8 Марты ҡасан һуң?

***
– Егеттәр, әйтегеҙ әле, ни өсөн һеҙ беҙгә, ҡатын-ҡыҙҙарға, сәскәне һирәк бүләк итәһегеҙ?
– Ә һеҙҙең беҙгә һыра бүләк иткәнегеҙ бармы һуң?

***

– Аҡылдан шаштыңмы әллә, был ниндәй бүләк?
– Һин нимә теләйһең? 23 февралгә нәскиҙәремде яманың да, өр-яңы булдылар, тинең. Бөгөн мин бысаҡтарҙы үткерләнем, магазиндан әле генә алып ҡайтҡан кеүектәр.

***
Иң хәйләкәр ҡатын-ҡыҙ­ҙар – хәрби ҡатын-ҡыҙҙар. Уларҙың ике байрамы бар: 23 февраль һәм 8 Март.

***
Ҡатын-ҡыҙҙар бүләк ителмәгән раузаларҙы бүләк ителгәндәренә ҡарағанда оҙаҡ хәтерләй.

М. ИЛДАРХАНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: