-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
9 Март 2022, 09:00

Һинеке түгел!

анышым ҡунаҡҡа килде. Ғайса (ете йәш) менән аралаша.– Вәсил ағай, һинең балаң бармы?– Бар.– Уға нисә йәш?– 43 (шаярта. – 14 йәш).– Вәсил ағай, ә һиңә нисә йәш?

Һинеке түгел!
Һинеке түгел!

– 34 (дөрөҫ).
Байтаҡ уйланғандан һуң Ғайса:
– Вәсил ағай, хәтереңдә тот: ул һинең балаң түгел!

Икәү генә

– Атай, алкаш кем ул?
– Анау дүрт ҡайынды күрәһеңме? Улар алкашҡа һигеҙ булып күренә. Аңланыңмы?
– Аңланым, атай. Тик унда ике генә ҡайын...

Ирең ҡайтты

Эштән ҡайттым. Улым йүгереп ҡаршыма килде.
– Атай, сәләм! Миңә берәй нәмә алдыңмы?
– Юҡ, улым, бөгөн бер нәмә лә алманым.
Ул, ҡырт боролоп, ишек янынан китте лә ҡатыныма ҡысҡырҙы:
– Бар, ҡаршы ал, ирең ҡайтты.

Тунда йылыраҡ

– Атай, ни өсөн беҙҙең машинабыҙ юҡ ул?
– Сөнки әсәйеңә тунда йылыраҡ.

И. ВӘЗИРОВ тыңланы.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: