Домофонға баҫтым. Йәш ҡыҙ тауышы бишенсе ҡатҡа менегеҙ тине. Ишекте 25 – 30 йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙ асты ла, тауарҙы бүлмәгә индерергә ҡушты. Күренеп тора, ҙур ғына был фатирҙа ул бер бүлмә арендалап йәшәй. Инеүем булды, ишекте эстән бикләп тә ҡуйҙы. “Тағы ла бер аҙ аҡса эшләп алаһың килмәйме?” – тип һораны был. Уның был ҡылығын нимә тип уйларға ла белмәнем, күҙ алдыма әллә ниҙәр килде. Ләкин ул: “Бына был тумбочканы алып төшөп, сүплеккә ташла әле, 200 һум өҫтәп бирәм”, – тигәс, хыялдарым емерелде.
***
Ғөмүмән алғанда, мәктәбебеҙҙең ашханаһы насар түгел ине: тәмле генә бешерәләр былай, хаҡтар ҙа тешләшерлек түгел. Ләкин бер осраҡ ныҡ иҫтә ҡалды. Шулай бер көндө синыфташ малай картуф менән кәтлит алған булған, ләкин ризығын күтәреп ашнаҡсы эргәһенә кире китте: “Ғәфү итегеҙ, әммә минең тәлинкәмдә тараҡан йөрөй”, – тине ул. Ашнаҡсы апай ныҡ борсолоп, уның ризығына күҙ ташланы ла, ҡапыл йөҙө балҡып китте һәм: “Юҡ та, был бит ҡырмыҫҡа!” – тине һөйөнөп.
***
Институтта уҡығанда булды был хәл. Имтихан тапшырабыҙ. Бик етди фәндән һәм етди кешегә – деканға. Бер нисә шпаргалка әҙерләп кергәйнем. Бәхетемә, шуның береһе тура килде. Пинжәк кеҫәмдән уны һиҙҙермәйсә генә тартып сығарып, билетыма бына тигән итеп яуап әҙерләнем. Өҫтәл ситендә, сәғәткә ҡарап алыу өсөн, вибрацияға ҡуйылға телефоным ята ине. Уға смс килде лә, телефоным вибрациянан урынынан ҡуҙғалып, иҙәнгә төшөп китте. Уны алырға тип эйелеүем булды, кеҫәмдән шпаргалкаларым ҡойолдо. Ҡыҫҡаһы, декан ҡабат тапшырырға килерһең тип, мине ҡыуып сығарҙы. Ә смс һөйгән ҡыҙымдан булған: “Имтиханда уңыштар һиңә!” тип яҙғайны.
Ғәли ВӘЛИЕВ.