+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
14 Март 2022, 14:00

Ҡырмыҫҡалар

Баҡсала өләсәһе менән ейәнсәре сәй эсергә йыйынып ҡына йөрөгәндә, берәм-һәрәм ҡырмыҫҡалар йүгерешә башлай. Өҫтәлдә бал һәм төрлө-төрлө тәмле ризыҡтар була. Әбейҙең eйәнсәре ҡырмыҫҡаларҙы күҙәтеп ултыра-ултыра ла береһен тотоп алып «лас» иттереп иҙеп ҡуя.

Ҡырмыҫҡалар
Ҡырмыҫҡалар

Өләсәй кеше:
– Ҡыҙым, ни эшләүең был! Ҡырмыҫҡалар – тере йән, зыянынан файҙаһы күберәк. Теймә, уларҙың өйҙә бәләкәс кенә балалары бар, әсәләренең ҡайтҡанын һағынып көтөп торалар.
Шул ваҡыт ейәнсәре тағы бер ҡырмыҫҡаны «лас» иттереп бысҡылдатып ҡуя ла:
– Йөрөмәһендәр бында, әсәһен үлтерҙем, быныһы инде уларҙың атаһы, – тип ҡәнәғәт йылмайып ҡуя. – Әйҙә үҙҙәре генә йәшәп ҡараһындар, бына минең һымаҡ, – ти.

Ку-ку ла Ку-ку!

Чита өлкәһендә Кука тигән һыу сығанағы бар. Был ҡыҙыҡ хәл төнгө сәғәт икелә була. Бер ир һыу һатып алырға уйлап машинаһын туҡтатып, һатыусыға өндәшеп, аҡсаһын һуҙа. 40-45 йәштәге ханым ултырған ерҙән йоҡлап киткән була. Ир кеше өҫтәлгә бармағы менән туҡылдатып, тағы өндәшеп ҡарай ҙа, аптырағас:
– Ку-ку! Ку-ку! – ти.
Һатыусы күҙен асмай ғына йоҡо аралаш:
– Ку-ку… ку-ку…
Ир кеше бармағы менән өҫтәлгә нығыраҡ туҡылдатып:
– Ку-ку!
Һатыусы ҡапыл йоҡоһонан уянып китеп:
– Төнгө сәғәт икелә: «Ку-ку ла ку-ку!» тип һөрән һалырға һеҙгә кем ҡушты! – тип ҡысҡырып ебәрә.

Л. ШАЯНОВА.

Фото: fb.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: