+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Мәҙәктәр
16 Марта 2022, 04:00

Иртәнге ҡәһүә

Әхирәтендә ҡунаҡта булған Света ҡайтып тормай, ҡуна ҡала. Иртән эшкә китер алдынан фатирына инеп өҫтөн алмаштырырға йыйына.

Иртәнге ҡәһүәИртәнге ҡәһүә
Иртәнге ҡәһүә

Иртә. Ямғыр һибәләй. Света иномарка тота. Рулдә – яғымлы йәш егет. Шофер киң күңелле булып сыға, уны подъезға уҡ алып барып ҡуя, етмәһә, аҡса ла алмай. Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарғыһы килә Светаның. Алсаҡ йылмайып: “Һеҙҙе ҡәһүә менән һыйларға мөмкинме?” – тип һорай. Егет ныҡ аптырай, бер килке уйланып торғас: “Әлбиттә, мин баш тартмайым”, – тип яуаплай. Света йылмая-йылмая сумкаһынан бер тапҡыр бешерелә торған өс пакет ҡәһүә ала ла иҫәңгерәгән шоферға бирә, машинанан төшә.
Әммә ҡыҙ шоферҙың ни өсөн иҫәңгерәгәнен аңламай.

И. ҒАЙСИН.

Фото: Vk

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас