+4 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
17 Март 2022, 13:00

Туп

Бәләкәй малай урамда туп уйнай. Ул тупҡа ныҡ итеп тибә һәм туп, тәҙрәне ватып, иҙәнгә төшә. Ҡатын ҡулына тупты тотоп, тәҙрә аша ҡарай, малайҙы әрләй, уныһы ҡасып китә.

Туп
Туп

Ләкин малайҙың тупты кире алғыһы килә. Бер аҙҙан ул ҡатын йәшәгән фатирҙың ишеген ҡаға.
– Атайым килеп, тәҙрә ҡуйырға йыйына.
Күп тә үтмәй, быяла һәм ҡоралдар тотҡан ир күренә. Ҡатын уны өйгә үткәрә, малайға тубын бирә.
Ир быяланы ҡуй­ғас:
– Был һеҙгә 1500 тәңкәгә тө­шә­сәк, – ти.
– Һеҙ теге ма­лайҙың атаһы түгелме ни? – тип һорай ҡатын, ғәжәпләнеп.
– Юҡ, – ир ҙә ныҡ ғәжәпләнә. – Һеҙ уның әсәһе түгелме ни?

И. МАНСУРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: