+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
19 Март 2022, 10:00

Пенсияла тормош бармы?

Сүп-сар өйөмдәре проблемаһын хәл итеү юлы, ниһайәт, табылды. Сүп-сар сығарыу хаҡы халыҡ уны ташлауҙы туҡтатҡансы дауам итәсәк.

Пенсияла тормош бармы?
Пенсияла тормош бармы?

***
– Әсәй, Ирек миңә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны, ә мин баш тарттым.
– Ниңә, уның атаһы ҡала мэрына һайлана бит.
– Әсәй, уның бер ниндәй ҙә терәге юҡ.
***
– Иптәш судья, һеҙ былтыр хакимиәт чиновнигын “сусҡа” тип мыҫҡыл ит­кәнем өсөн 5 мең һум штраф һал­ғайнығыҙ. Ә хәҙер – 50 мең?
– Гражданин Төлкөбаев, власты хөрмәт итмәү тураһында законды уҡығыҙ. Был иң түбән штраф. Бының өсөн рәхмәт әйтергә кәрәк.
– Ә-ә-ә... Мин сусҡа ите ҡиммәтләнгән икән тип торам тағы.
***
– Пенсияла тормош бармы?
– Хәҙер юҡ.
***
Иртән һоло бутҡаһы ашайһың икән, һин инглиз аристократы тигән һүҙ түгел әле был. Барыһынан элек, һин йә пенсионер, йә бюджетсы.
***
Бер кемде лә ҡурҡытырға һәм паника тыуҙырырға теләмәйем, әммә “Доширак” 4 тәңкәгә ҡиммәтләнгән.
***
Иҡтисад яңылыҡтары. Иң түбән эш хаҡы күләме – ике тапҡыр, ә уны алыу­сылар һаны ун мәртәбәгә арттыры­ласаҡ.
***
Ниңә төҙөлөш министрына бәй­ләнәһегеҙ? Уның дачаһын күрҙегеҙме? Йортон? Бына тигән төҙөүсе!
***
Ғүмер үткән һайын көсөм арта: 2 мең тәңкәлек аҙыҡ-түлекле сумканы күтәреү торған һаман еңелерәк була бара.
***
Үҙемде көйләп-сөйләп, янап эшкә һөйрәп алып барҙым. Типкеләп, яңаҡлап үҙемде эшләргә мәжбүр иттем. Кисен үҙемә мораль зыянды ҡай­тарырға тура киләсәк.
***
Барыһы ла нимәлер: йә яхта, йә вилла, йә футбол клубы һатып ала. Булмаһа, мин дә икмәккә барып киләйем әле.
***
Камерала.
– Төрмәгә нисек эләктең?
– Ришүәт өсөн.
– Ниндәй заман килде, ә?! Хатта төрмәгә лә ришүәт аша эләгәләр.
***
Фәҡирлектең модаға инеүен теләйем. Минең модалы булғым килә.
***
Рәсәй логикаһы: 1,5 йәшлек баланың пособиеһы – 50 һум. Ә унан сүп-сар өсөн 140 һум алалар.
**
Көрсөк барлыҡҡа килеү менән ни өсөндөр кешеләрҙә шарап-ликер сәнәғәтен хуплау теләге тыуа.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: