+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
21 Март 2022, 09:00

Эттәрен өйрәткән алдаҡсылар

Ике алдаҡсы һөйләшә:– Минең Аҡбай киоскыға барып, гәзит алып килеп бирә, – ти береһе.

Эттәрен өйрәткән алдаҡсылар
Эттәрен өйрәткән алдаҡсылар

– Беләм, – ти икән икенсеһе, – миңә ул турала Ҡашҡар ҡайтып һөйләне.

Алдаҡсы менән ялсы

Алдаҡсылығы менән бер кешенең даны сыҡҡан. Алдай башлаһа, ул, ҡыҙып китеп, һүҙ самаһын юғалта икән. Был ҡылығынан кешеләр көлгәнен үҙе лә белә. Шуға ла ул:
– Алдай башлаһам, тамаҡ ҡырып, миңә белгертерһең, – тип әйтеп ҡуйған ялсыһына.
Бер көндө ул ҡунаҡтарға былай тип һөйләргә керешкән:
– Кисә кейем шкафынан бер сысҡан килеп сыҡты. Ҡойроғо, кәм тигәндә, ун аршын булғандыр, шул хәтлем оҙон ине, – тип әйтеүенә, ялсыһы тамаҡ ҡырып ҡуйған.
– Йәғни биш аршын оҙонлоғо ине, – ти тағы теге кеше.
Ялсы тағы тамаҡ ҡыра.
– Улай уҡ булмаһа ла, бер аршын бар ине, – ти был әҙәм кәметә барып.
Ялсы тағы тамаҡ ҡыра. Теге кеше түҙмәй ялсыһына әйләнә лә:
– Ҡара, ҡара, ахмаҡ! Һинеңсә, ул сысҡан бөтөнләй ҡойроҡһоҙ тыуғанмы ни? – тип екерә.

“Башҡорт халыҡ ижады. Көләмәстәр” (Өфө, 1985) китабынан алынды.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: