Тотолмаған – призывник түгел.
***
Военкоматта.
– Тын ала беләһеңме?
– Эйе.
– Яраҡлы!
***
– Физиканан автомат алыр өсөн контроль эштә нисә мәсьәлә сисергә кәрәк?
– Бер мәсьәлә сисмәһәң дә ярай, яҙ көнө йәки көҙ көнө һиңә мотлаҡ автомат тотторасаҡтар.
***
– Һин минең әрменән ҡайтыуымды көтөрһөңмө?
– Әлбиттә, сөнки һинең миңә 5 мең һум бурысың бар.
***
Ситдыҡ әрмегә түшәк аша эләккән, сөнки ул дәүләт имтиханына йоҡлап ҡалған.
***
Военкоматта начальник призывниктан һорай:
– Йә, 2000 бакс йәки әрмеме?
Призывник камераға күрһәтә лә яуаплай:
– Аҡ билет йәки Ютуб?