-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
31 Март 2022, 11:00

Һуңларға ярамай

Эштән эттәй арып ҡайттым, ишекте үҙ асҡысым менән астым. Барыһы ла йоҡлай. Төнгө өс. Сисенгәс, кухняға үттем. Үлтереп ашағым килә.

Һуңларға ярамай
Һуңларға ярамай

Өҫтәлдә кәстрүл тора. Янында яҙыу: “Аш кәстрүлдә, йылытып аша. Көтмәнек. Сәғәт 12, йоҡларға ятам”.
Кәстрүлде астым, бер нәмә лә юҡ, уның ҡарауы, яҙыу бар: “Һуң ҡайттым, әсәй йоҡлай. Аш бик тәмле булды, атайым һуңлай. Һеҙҙең ҡыҙығыҙ Әлфиә”.

Сәләмәтһегеҙ

Поликлиникаға наркологтан белеш­мә алырға барҙым. Кабинетҡа инер-инмәҫтән һорау бирҙеләр:
– Биш мең һум аҡсаң бармы?
– Бар, – тинем, ләкин табипҡа бының нимәгә кәрәклеген барыбер аңламаным. Наркоман түгелмен, тикшереүҙе ришүәтһеҙ ҙә үтә алам да баһа.
Шунан табип аҡсаны күрһәтеүемде һораны. Бер нәмә аңламаһам да янсыҡтан аҡсаны сығарҙым.
– Уға белешмә яҙып бир, – тине табип шәфҡәт туташына. – Ул сәләмәт, наркомандарҙың был тиклем аҡсаһы булмай.

Бер ҙә үлмәй

Аҙна башында эҫе һыу биреүҙе туҡтаттылар. Кәстрүлдә йылытырға иренгәнлектән, һалҡыны менән йыуынырға мәжбүрмен.
Бөгөн дә сираттағы тапҡыр ваннаға ултырҙым, һалҡын һыу менән йыуынырға маташам. Өҫтөмә ҡойғас, мышылдап һәм ыһылдап ҡысҡырам. Аҫтағы ҡатта күрше ҡатын ирен шелтәләй:
– Ишетәһеңме, кеше һалҡын һыу менән йыуына, бер ҙә үлмәй. Ә һин нисә көн инде йылы һыу таптыраһың!..

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: