Петрович көнкүреш техникаһы магазинына ингәс, кәштәнән микроволновка ала ла һөйрәп кассаға алып бара.
– Яңыраҡ һеҙҙән микроволновка алдым, ә ул эшләмәй.
– Беҙгә түгел, ә сервисҡа барырға кәрәк һеҙгә, – тиҙәр кассала.
– Иҫәрмен дә инде, һеҙгә алып килгәнмен, адресын әйтмәҫһегеҙме?
Әйткәндәр, ә ул ашыҡмай ғына һуҡрана-һуҡрана микроволновканы алып сығып киткән.
Бик ваҡытлы
Почта. Посылка алыр өсөн сиратта торам. Көтмәгәндә тышта көслө ямғыр башланды. Әле генә посылка алған ир, уны асып, ҡулсатыр сығарҙы ла: “Бик ваҡытлы!” – тигәс, урамға сыҡты. Уны тотош сират оҙатып ҡалды.
Ирен буяуы
Кис көнө эштән ҡайтҡас, ҡатыным көрөшкәһендә ирен буяуы эҙҙәре күргәс, миңә һорау бирҙе:
– Нимә, беҙҙә ҡунаҡтар булдымы ни?
– Юҡ, – тим, – бер кем дә булманы.
– Мин бындай ирен буяуы һөртмәйем.
Һүҙ артынан һүҙ. Тауыш ҡуптарҙы, мине нимәлә генә ғәйепләп бөтмәне.
Иртәгәһен, ентекле тикшереү үткәргәндән һуң, шул асыҡланды: туғыҙ йәшлек ҡыҙыбыҙ әсәһенең әллә ҡасан һатып алған һәм күптән онотолған ирен буяуын табып иренен буяған һәм әсәһенең көрөшкәһенән сәй эскән.
Ишәбеҙ!
Ағиҙелдә катамаранда йөҙәбеҙ. Ярҙа өр-яңы джип янында ике йыуан ир тора. Ҡулдарында – мылтыҡ.
– Егеттәр, унда тәрәнме? – тип һоранылар.
Ләбиб йылға төбөнә ишкәк менән төртөп ҡараны ла:
– Юҡ, тубыҡтан ғына! – тине.