+20 °С
Облачно
Мәҙәктәр
8 Апреля 2022, 05:00

Ун әтәс һәм бер тауыҡ

(Мәҙәктәр) Дуҫымдың атаһы Ғәлимйән ағай ҡалалағы фатирын һатып, ауылдан өй алды. Беҙ тауыҡтар аҫрай инек. Ул атайымдан кәңәш һораны: ниндәйҙәрен, күпме алырға?

Ун әтәс һәм бер тауыҡУн әтәс һәм бер тауыҡ
Ун әтәс һәм бер тауыҡ

Яуап: ун тауыҡ һәм бер әтәс. Ғәлимйән ағай шул көндә үк баҙарға юлланды. Һатып алған, алып ҡайтҡан. Бик ҡәнәғәт ҡалған. Бер айҙан һуң шылтыратып атайыма зарлана: тауыҡтар йомортҡа һалмай.
Ауылға киттек. Аҙбарға индек. Инеү менән көлөшөргә тотондоҡ. Унда ҡуҡырайып ун әтәс йөрөй, ә мөйөшкә берҙән-бер тауыҡ боҫҡан.

Юҡ инде!

Туҡһан йәшлек өләсәйебеҙ бик ауырлыҡ менән йөрөй. 9 майҙа олатайыбыҙҙың ҡәберен күрергә теләк белдерҙе.
– Әсәй, беҙ һине ултырғысҡа ултыртып алып барыр­быҙ.
– Өләсәй, мин носилка алып ки­ләм, улай уңай­лы­раҡ булыр.
– Юҡ инде! – Өлә­сәйебеҙ ҡаршы төш­тө. – Бөтөнләй аҡыл­дан яҙғандар, йәне сыҡмаған ҡар­­­сыҡты зыяратҡа алып китеп баралар, тиерҙәр.

Ҡулсыр дуҫым

Ҡулсыр дуҫым бар. Уның иҫәбенә ҡасан эстек әле? Һис тә хәтергә төшөрә алмайым. Тимәк, тө­шөрмәгәнбеҙ. Йыш ҡына ул миңә компьютерҙа футбол уйнарға килә. Ҡабул итәм. Уйнап туйғас, ҡайтып китә. Әммә өҫтәлдән нимәлер эләктерә. Бының бер ҡап көнбағыш, алма, хатта бер киҫәк колбаса булыуы ихтимал. Уйнағанда ашаһа ярай ҙа, юҡ, уға мотлаҡ үҙе менән алып китергә кәрәк.
Яңыраҡ шылтырата: «Мин футбол уйнарға киләм!» Ҡулсырлығын белгәнлектән, кәнфиттәрҙе, шо­коладтарҙы йәшереп ҡуйҙым. Кү­ңеле булғансы уйнағас, ғәҙәт буйынса өҫтәл янына барҙы, ә унда дарыуҙан башҡа бер ни ҙә юҡ. Ләкин был ғына ҡанына һеңгән ғәҙәтен һындыра алманы. Күҙ тамсыларын алды ла: «Күҙ ауырта шикелле», – тип, һәр күҙенә яртышар шешә дарыу һалды. Бушҡа, йәнәһе!

М. ҺАТЫБАЛОВ.

Фото:  liveinternet.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас