Уйлана торғас, был мәсьәләне лә хәл иттем. Һөйөклөмдөң йоҡлап киткәнен көтөп алдым да, үҙемдең болт-гайкалар менән туп-тулы мөғжизәле тартманы асып, бармағына гайкалар тығырға тотондом. Маташа торғас, кәрәкле ҙурлыҡтағыһын һайлап алдым. Иртәгеһен йөҙөк алырға юлландым.
Ювелир магазинына индем, унда зал ике секцияға бүленгән. Минең янға шунда уҡ бер ҡыҙ йүгереп килеп етә һалды:
– Нимә алырға теләйһегеҙ?
– Йөҙөк кәрәк ине.
– Ҙурлығы?
Мин ғорурлыҡ менән гайка килтереп сығарҙым.
– Бына ошондайын.
Ҡыҙыҡайҙың күҙе аҡайҙы, ни иларға, ни көлөргә белмәй: “Ғәфү итегеҙ!” – тине лә ашығып ҡайҙалыр китеп юғалды.
Мин, әлбиттә, быға әҙер инем. Икенсе секциялағы ҡыҙ янына киттем. Ул миңә арҡаһы менән баҫҡан бер ир менән һөйләшеп тора.
– Миңә йөҙөк кәрәк, бына ошондай ҙурлыҡтағы, – тинем дә гайканы ҡыҙға күрһәттем. Шунда теге ир ҙә боролдо. Ҡулында – болт!
Бына шулай ҡырҡ бәлә менән һөйгәнемә йөҙөк һатып алдым.
Й. МАНСУРОВ.
Фото: artzakaz.pro