+14 °С
Облачно
Мәҙәктәр
15 Апреля 2022, 09:00

Хужа Насретдин мәҙәктәре

Биҙгәк дарыуы Бер һаран сауҙагәрҙең ҡатыны Хужаға килгән дә: – Хужа Насретдин, иремде өсөнсө көн инде биҙгәк тота. Ут кеүек янам, ти, ә үҙе тирләмәй. Бәлки, берәй төрлө дарыу бирергә кәңәш итерһең? – тигән. – Иреңдең холҡон яҡшы беләм, – тигән Хужа. – Уның аҡсаһын тап та алдында тырым-тырағай тарат. Ул шунда уҡ тирләр һәм тиҙ генә терелер. ***  

Хужа Насретдин мәҙәктәреХужа Насретдин мәҙәктәре
Хужа Насретдин мәҙәктәре
Шкаф
 
Хужа Насретдин кейем шкафы алып ҡайтып ҡуйған, ти. Ишек эстән көҙгөлө булған. Был шуны асып ебәргән дә, ҡысҡыра икән:
- Бисәкәй, ҡарале, ағайым килеп төшкән дәһә.
Тегеһе йүгереп килеп, ҡараған да:
- Етмәһә, әллә ниндәй йәмһеҙ әбей эйәртеп алған, - тигән имеш.
 
Ташлайһы әйберҙе һаталар тиме ни?
 
Хужа Насретдин баҙарҙан емеш алып ҡайтҡан да ултырып ашай башлаған. Ҡатыны Хужаның емеште төшө менән бергә йотоуын күреп:
– Ни өсөн төштәрен йотаһың? – тип һораған.
– Ә ниңә йотмаҫҡа? Әгәр ҙә уларҙы ашарға ярамай икән, ниңә һуң һаталар? Ташлай торған әйберҙе һатырға ярай тиме ни? – тигән Хужа.
 
 
Ҡамыр киҫәге
 
Бер ваҡыт Хужа Насретдин үтә һаран кешегә ҡунаҡҡа килгән. Башта уны туйғансы сәй эсергәндәр. Шунан һуң алдына ашъяулыҡ йәйгәндәр ҙә һалмалы һурпа килтергәндәр. Тәрилкәләге һыуҙа ике-өс кенә һалма йөҙөп йөрөй икән.
Хужа Насретдин урынынан торған да сисенә башлаған.
 
Йорт хужаһы, аптырап:
– Һин ни эшләйһең? – тип һораған.
– Тәрилкәгә сумам. Алла насип итһә, бәлки, ҡулға берәй ҡамыр киҫәге эләгер, – тип яуап биргән Хужа Насретдин.
 
Аҡса яратыу
 
Хужа Насретдин менән һаран кеше араһында бәхәс сыҡҡан. Оҙаҡ һүҙ көрәштергәндәр, бәхәсләшкәндәр, аҙаҡ теге һаран:
– Һин ни генә әйтһәң дә, аҡса шундай насар нәмә ул, уны бөтә кеше лә ярата. Хатта һин уны үҙең дә яратаһың, – тигән.
– Бик дөрөҫ, – тигән Хужа Насретдин, – ләкин минең яратыуым һинекенә оҡшамаған. Мин булған аҡсамды һинең кеүек ҡомһоҙ кешенән бәйһеҙ иткәне өсөн яратам.
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас