

Урман тулы Абдулла
Мортаза олатай, ат егеп, ғаиләһе менән бесәнгә китеп бара. Урманға еткәс, уны мотоцикл менән ауылдашы Абдулла уҙып китә. Бер аҙ барғас, Абдулланың мотоциклы боҙола һәм уны Мортаза олатай уҙып китә. Бындай хәл бер нисә тапҡыр ҡабатлана. Шул саҡ Мортаза олатай: “Бөгөн урман тулы Абдулла икән”, – тигән була, ти.
Һуң барһам да, иртә ҡайтам
Һуғыштан һуңғы осорҙа колхоздарға яҙғы, көҙгө баҫыу эштәренә етәкселек,тикшереү өсөн райком вәкилдәре ебәрелгән. Уларҙы “уполномоченный” тип атағандар, ә халыҡ урынлы-урынһыҙ бөтә эшкә лә тығылған был вәкилдәрҙе “апалаш” тип йөрөткән. Уларҙан ябай халыҡтан алып етәкселәргә тиклем ҡурҡып торған. Шуларҙың береһе Мортаза олатайға:
– Һин ни өсөн эшкә һуң бараһың? – ти икән.
Олатай:
– Һуң барһам да, иртә ҡайтам мин, – тип яуап биргән.
Аҡсам эргәмдә ятып сыҡһын
Илленсе йылдарҙа күп кенә колхозсылар эшләгән хеҙмәт көндәре өсөн бер тин дә аҡса алмаған. Ә крәҫтиән хужалығына һалым йыл һайын үҫә барған. Хеҙмәтсәндәрҙең һәр аҙымы күҙәтеү аҫтында булған. Баҙарҙа берәй әйбер һаттымы – һалым йыйыусы шунда уҡ килеп етә һала. Шулай бер көндө Мортаза олатай һарыҡ ите һатып баҙарҙан ҡайтып төшөүе була, кәнсәгә саҡырталар.
Эштең нимәлә икәнен һиҙгән ҡарт: “Бөгөнгә бармайым, аҡсам бер төн булһа ла эргәмдә ятһын”, – тип саҡырыусыларҙы кире сығарып ебәргән.
Әсәйем үлде лә ҡуйҙы
Мусина Мөхлисә инәй әсәһе Мөъминәне һуңғы көндәренә тиклем ҡараны, тәрбиәләне. Әсәһе вафат булғас, инәй ҡаршыла ғына йәшәүсе Мортаза олатайға йүгереп инә:
– Мортаза ағай, минең әсәйем үлде лә ҡуйҙы, – тип, илап ебәрә.
Олатай:
– Яңы үлгән әсәйеңә илап ни, минең әсәйем 30 йыл элек үлһә лә, иламайым, – тигәс, Мөхлисә инәй көлөп сығып киткән.
Утын нисек күп була
Ике күрше утын алдырған. Зекериә менән ҡатыны Мәҙинә ҡул бысҡыһы менән утын бысалар. Мортаза ҡарт, улар янына килеп ҡарап торғас, әйтә икән:
– Ай-һай, утынығыҙ күп булған, оҙаҡ ятҡас йыуанайған икән. Ана беҙҙең Мәйсәрә менән Ишбулды ҡабаланып алдан бысты, шуға утындары аҙ булды ла ҡуйҙы.
Ҡапҡаңды ас, иген килә
Көҙ, колхозда уңыш йыйыуҙың ҡыҙған осоро. Мортаза ҡарт урамына ҡабаланып килеп инә лә әбейенә ҡысҡыра икән:
– Ҡапҡаңды ҙурыраҡ итеп асып ҡуй, хәҙер иген алып киләләр.
Әбейе аптырап ҡала. Баҡтиһәң, колхоз кәнсәһенең башына ҙур итеп “Дәүләткә күберәк иген тапшырайыҡ!”– тигән яҙыу элеп ҡуйғандар икән. Олатайҙың өйө колхоз кәнсәһенә ҡаршы ғына, ә әбейенең исеме Дәүләтбикә ине...
Һыйырҙарым коммунист түгел
Фермала эшләүсе малсы, атының санаһына бер нисә тоҡ ярма һалып алып ҡайтып килгәнендә, колхоз председателенә эләгә.
Түрә һорай икән:
– Ағай, үҙең – коммунист, нишләп оялмайынса ярма урлап ҡайтып бараһың ?
Малсы аптырап тормай ғына яуаплай икән:
– Һуң, ҡустым, үҙем коммунист булһам да, һыйырҙарым – түгел бит!
Тотолһа – урламаһын!
Төндә ай тотолғанын күргән йәш көтөүсе, ҡурҡып, ҡыуышта йоҡлап ятыусы олоһон – Мортаза ағайҙы уята икән:
– Олатай, олатай, тор әле, тор, ай тотолған!
Тегеһе:
– Тотолһа – урламаһын! – ти ҙә, икенсе ҡабырғаһына әйләнеп, кире йоҡлап китә.
Ғәли ФӘХРЕТДИНОВ.