”Беҙ эшкә килдек, ошо тоҡсайҙы элеп китәйек, эштән ҡайтҡас, ашап алырбыҙ”, – тип, тоҡсайҙарын мөйөштәге сөйгә элеп киткәндәр.
Тимерхан менән Миңлехан, эштән арып-талып, баяғы өйгә ҡайтып инһәләр, ҙур һаҡаллы, ҡыҙыл йөҙлө, айыу кеүек бер урыҫ өҫтәл артында таба икмәге ашап ултыра, ти. Ә ҡатыны ҡайҙалыр сығып киткән булған. Мөйөштө ҡараһалар, тоҡсай юҡ. Нимә тип һорарға русса белмәйҙәр бит инде. Етмәһә, урыҫ та бик ҡурҡыныс. Шунан Тимерхан Миңлеханға:
– Һин ”ски”,”мски” тип ҡушып, бер аҙ һупалайһың түгелме? Һора әле, – тигән. Миңлехан:
– Вот ошо мөйөшкә тоҡсайҙы ҡуйғанский, килһәм – юғыски, – ти икән. Урыҫ, аптырап, ашанып тик ултыра. Миңлехан тағы ҡабатлай:
– Вот ошо мөйөшкә тоҡсайҙы ҡуйғански – килһәм, юғыски.
Шул ваҡыт урыҫтың ҡатыны килеп ингән. Был икәү тоҡсайҙарын һорай.
– Куда дел их мешок? – тип, ҡатын бабайын әрләй башлаған. Ә урыҫ:
– На, туксаиски! – тип, буш тоҡсайҙы ҡатынына ташлап ебәргән.
https://shonkar.com/articles/k-l-m-st-r/2019-02-09/to-say-tarihy-228825