-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
23 Апрель 2022, 09:00

Мәрәкәләр

Сүкешегеҙ бармы? Ир төндә ҡатынына «Ашы­ғыс ярҙам» саҡырта. Тиҙ арала килеп еткән табип ауырыуҙы ҡарарға тотона. Бер нисә минуттан ул бүлмәнән сыға:– Сүкешегеҙ бармы?

Мәрәкәләр
Мәрәкәләр

Ғәжәпкә ҡалған ир сүкеш килтерә.
Бер минуттан йәнә:
– Хужа, ә ҡыпсыуыр бармы?
Ир ҡыпсыуыр килтерә.
– Ишетәһеңме, хужа, һин миңә бер юлы бысҡы, игәү, киҫкес, дрель, ҡайырғыс асҡыс килтер…
Ирҙең ҡото оса:
– Һеҙ ҡатынымды ни эш­ләттегеҙ?
– Әлегә мин бер нәмә лә эш­ләмәнем. Дарыуҙар тулты­рыл­ған ҡәһәр һуҡҡыр сума­ҙанды аса алмайым.

Ғ. МОРАТШИН.

Үтенес


Был хәл ауылда булды. Отпускым бөткәс, ҡалаға ҡайтып киттем. Юлға сығыр алдынан күршеләремә изге эш эшләгем килде.
– Мин хәҙер китәм, ә һеҙ беҙҙең баҡсаға инеп, ҡыярҙарҙы йы­йығыҙ, – тинем Имайға.
– Беҙҙең үҙебеҙҙеке бар, – тине ул баш тартып.
– Беҙҙеке оҙаҡ ҡыяр бирәсәк. Ана, күрәһеңме, япраҡтары йәм-йәшел. Һеҙҙекендә япраҡ­тар һарғайған, уңыш бөтөнләй юҡ тиерлек. Уң күршең Шәм­сиәгә лә әйтергә онотма.
Ул ризалашты.
Ҡалаға етер алдынан Шәм­сиәгә шылтыраттым: “Имай минең үтенесте еткерҙеме икән?!”
Беҙҙең арала шундай һөйләшеү булды:
– Шәмсиә, Имай һиңә ҡыяр тураһында берәй нәмә әйт­мәнеме?
– Әйтте. Һин уға, минең ҡыярҙарҙы ашамағыҙ, улар насар, тигәнһең.

И. ҒИМАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: