-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
26 Апрель 2022, 12:00

Мәрәкәләр

Яҙҙылар Кардиологҡа яҙылыу өсөн поликлиникаға барҙым. Регистратурала медицина полисы таптырҙылар. Мин уны өйҙә онотоп ҡалдырғайным. Полис­һыҙ мине яҙыуҙан баш тарттылар.

Мәрәкәләр
Мәрәкәләр

“Телефон аша яҙылыусы­лар­ҙан ни өсөн полис һора­майһығыҙ?” – тигән һорауыма ауыҙ эсенән нимәлер мығырла­нылар. Мине яҙырға теләмәү­ҙәрен аңлағас, регистратуранан телефон номерын алдым да, ике аҙым ситкә китеп, шылтыраттым. Яҙҙылар.

25

Нигеҙ буйында ҡарт бабай ултыра. Янынан үтеп барыусы ҡыҙ һорай:
– Бабай, был йәшкә ҡәҙәр ни­сек йәшәй алдығыҙ?
– Мин көн һайын өс ҡап тә­мәке тартам, бер йәшник һыра һәм бер литр араҡы эсәм, ауы­ҙымдан чипсы һәм гамбургер өҙөлмәй, бер ваҡытта ла спорт менән шөғөлләнмәйем.
– Таң ҡалырлыҡ! Һиңә нисә йәш һуң?
– 25.

Төн

Мин төндө нисек үткәрҙем?
22. 00. Йоҡларға иртәрәк яттым. Бик шатмын.
00. 15. Ҡыуаныуымды дауам итәм.
01. 03. Бөркөү булып китте, юрғанымды астым.
01. 05. Себендәр тешләне, юрғанды ябындым.
01. 07. Аяҡтарҙы карауаттан төшөрҙөм, хәҙер һәйбәт.
01. 09. Карауат аҫтында Бабай йәшәгәнен иҫкә төшөрҙөм, аяҡтарҙы яңынан йәшерҙем.
01. 10. Бер ниндәй ҙә Бабай юҡ, яңынан аяҡтарҙы төшөр­ҙөм.
01. 11. Үҙем менән менән бе­сәй йәшәгәнен иҫкә төшөрҙөм, нығыраҡ уранып, таң атҡансы башты юрған аҫтынан сығар­маным.

Р. ҒИМРАНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: