Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
28 Апрель 2022, 14:00

Мәрәкәләр

КИРБЕСМинең ике туған бәләкәй ҡустым бар, исеме Вәдүт. Ләкин уға исеме менән бер кем дә өндәшмәй тиерлек, беҙҙең өсөн ул Кирбес. Уны ҡаты күңелле, туң сырайлы һәм рәхимһеҙ биш йәшлек малай тип уйлай күрмәгеҙ тағы.

Мәрәкәләр
Мәрәкәләр

Вәдүт, киреһенсә, шуҡ, тиктормаҫ, йөҙөнән йылмайыу китмәй. Эш шунда: ул тыуғас, әсәлек капиталына йорт һалыу өсөн кирбес һатып алғандар. Шуның өсөн Кирбес тип йөрөтәләр.
Яңы замана. Их!

КИСӘ ГЕНӘ

“Ашығыс ярҙам” станцияһында эшләйем. Саҡырыу буйынса ғәҙәттәге дөйөм ятаҡҡа килдем. Бүлмәгә индем. Ҡыҙға тәүге һорау:
– Фамилияғыҙ?
– Белмәйем.
– ?
– Мин кисә генә кейәүгә сыҡтым.

БИҘРӘ

Ун йәш тулғас, миңә эш йөкмәттеләр: көн дә сүп-сар сығарып түгәм. Ул ваҡытта полиэтилен тоҡтар уйлап сығармағайны­лар әле, шуға күрә ҡалдыҡтарҙы биҙрәнән түгергә тура килә.
Берҙән-бер көндө үҙ бурысымды үтәгәс, биҙрәне өйгә индереп торманым, подъезда ҡалдырҙым да уйнарға сығып йүгерҙем. Бер нисә сәғәт үткәс ҡайтһам, подъезда биҙрә юҡ! Ну, әсәйҙән эләгәсәк, күҙҙе лә астырмаясаҡ!
Күҙ алдына килтерегеҙ. Бөтә ғаилә өйҙә. Ишектәге ҡыңғырауға баҫтым. Тупһала илағанға һалынып малай тора. Мине күр­гәс атайымды ҡурҡыу алды: кем рәнйетте? “Илай-илай” яуыз иҫерек ағайҙар һөжүм итеүе, бар көсөмә ҡарышһам да ҡулымдан биҙрәне тартып алыуы тураһында һөйлә­нем. Атайым әсәйемде саҡырҙы, уға ла ошоларҙы уҡ ҡабатланым. Мин “илай-илай” һөйләп бөткәс, улар рәхәтләнеп көлөштө. Баҡтиһәң, биҙрәне өйгә ҡайтып килеүсе апайым индергән икән.
Шунан бирле алдашҡаным юҡ.

И. СӘҮБӘНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: