+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
29 Апрель 2022, 17:00

Булмаҫ тимә!

Сана менән телефон Улым урамдан инде.– Ә санаң ҡайҙа?– Бер ҡыҙыҡайға шыуырға биреп торҙом, ул олатаһы ме­нән, килтерәсәктәр.

Булмаҫ тимә!
Булмаҫ тимә!

Әлбиттә, улымдың яҡшы кү­ңелле булыуына ҡыуандым, тик тиҙ ышанып барыусан­лығына борсолдом.
Ике сәғәттән сананы килтер­ҙеләр, олатай улыма шоколад та һатып алған. Ә улым ке­ҫә­һенән телефон сығарып, ба­байға тотторҙо:
– Бына һеҙҙең телефон…

А. ИСЛАМОВА.


Магазиндағыһөйләшеү

Аҙыҡ-түлек магазинына бар­ҙым. Ит бүлегенә үттем. Телә­гем – өйрәк алыу. Ваҡыт үткә­реп, эҙләнеп тормаҫ өсөн, шунда уҡ һатыусыға мөрәжәғәт иттем:
– Һаумыһығыҙ.
– Һаумыһығыҙ.
– Һеҙҙә өйрәк бармы?
– Өйрәк?
Ғәжәпләндем дә яңынан ҡабатланым:
– Өйрәк.
– Өйрәк? – һатыусы ҡатын да ғәжәпләнде.
Әллә аңлата белмәйемме, тип асыҡланым:
– Быжҡ-быжҡ.
Ниһайәт, һатыусыға барып етте:
– Ә, өйрәк. Өйрәк юҡ…
Юҡҡа быжҡылдағанмын. Уның ҡарауы, сиратта тороусы­ларҙың кәйефе күтәрелде.

Гриль-тауыҡ

Һыуытҡысыбыҙ ватылды. Яңыһын килтергәнсе аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән тауыҡ, ике көн буйына тәҙрә төбөндә тороп торҙо. Ҡатыныма шылтыраттым.
– Иркәм, бөгөн төшкөлөккә ни әҙерләйһең?
– Духовкаға тауыҡ ҡуям.
– Ул ике көн буйына бүлмә температураһында торҙо, бо­ҙолғандыр.
– Мин уны маринадлайым, грилдә ҡыҙҙырам, магазинда­ғы ҡәҙимге тауыҡ-гриль килеп сыға.

Р. ҒИМРАНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: