– Ҡайғырмағыҙ, – тип тынысландыра табип. – Мин бит ҡатыныңа ике йыл элек операция яһаным. Кешелә ике һуҡыр эсәк булмай.
– Ләкин кешелә икенсе ҡатын булырға мөмкин.
***
– Әллеү, такси! Һеҙ Ҡаҙағстандың баш ҡалаһына алып бараһығыҙмы?
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ үҙ аҡылығыҙҙамы? Күҙ алдына килтерәһегеҙме: беҙ ҡайҙа ла, Астана ҡайҙа?
– Әһә, рәхмәт… Ас-та-на… Алты хәреф… Тап килә!
***
Мин һиңә: «Биш минуттан булам», – тинем дә баһа. Ә һин ярты сәғәт һайын шылтыратаһың.
***
Яңыраҡ кейәүгә сыҡҡан ҡыҙ әсәһенә шылтырата:
– Әсәй, атайыма төшкөлөккә бешергән аш оҡшамаһа, ни эшләтәһең?
– Уға кискелеккә ҡалдырам!
***
– Әллеү, был моргмы?
– Юҡ, мунса.
– Ә миңә морг кәрәк.
– Башта йыуыныр инең...
***
Әхирәтемә шылтыратам:
– Сәй эсергә киләһеңме?
Ул:
– Һин «коньяк» һүҙен нисектер сәйер әйтәһең.
***
– Әллеү! Кәлиҙе мөмкинме?
– Ул йоҡлай.
– Әгәр уянһа, Ғәли шылтыратты, тип әйтегеҙ әле.
– Нимә? «Әгәр уянһа» ни аңлата?
***
Ҡыҙ әсәһенә шылтыратып зарлана:
– Әсәй, теге хөрәсән тағы ла ҡарабойҙай ашарға теләмәй!
– Ҡыҙым, һин уны бешергәндә нисек тырышҡаныңды һөйлә.
– Бәй-бәй, уны бешерергә лә кәрәкме ни?!
Р. ИЛҺАМОВ.
Фото: lifestyle-journal.ru