

– Ты немного сабакы, – ти икән. Урыҫ, йәне көйөп:
– Ты сам собака! – ти. Шунан башҡорт:
– Айда, ты немного сабакы! – тип, арбаның артынан этеп күрһәтә икән. Урыҫ тегенең нимә әйтергә теләгәнен бер аҙ аңлаған һәм улар, арбаны этә-этә, тауға менеп еткәнсе, икәүләп “сабакы” ла “сабакы” тип ҡабатлап барған.
“Картошку привезем”
Ғаиләм менән Магнитогорск ҡалаһы магазиндарын ҡыҙырып, ҡайтырға сыҡтыҡ. Ҡояш байыны, эңер төшөп бара. Ҡала ситендә машина һүнде лә ҡуйҙы. Соҡоноп-соҡоноп, бер ни ҙә булдыра алманым. Минең ыҙа сиккәнемде күргән кешеләр:
– Иң ситке йорттағы Николайға әйтеп ҡара, – тине. Ул килеп:
– Катушка янған бит! – тине. Үҙенән катушка килтереп ҡуйғайны, машина гөрләп эшләп тә китте. Аҡса бирһәм дә, алманы.
– Катушку привезешь, – тине.
Машина тауышына минең ҡатын “картошку привезешь” тип ишеткән дә:
– Картошки у нас много, привезем, привезем, – тип һалды. Урыҫ танышым менән миңә көлөргә генә ҡалды. Шулай ҙа, бер аҙна үткәс, катушка, картуф, ит күстәнәстәре алып барҙым. Николай менән дуҫлығыбыҙ бына шулай башланды. Осрашҡан һайын:
– Катушка – картошка, – тип, көлөшөп алабыҙ.
“Языка нет”
Әбейҙәр, еләк һатып, Тирлән магазинында тауар ала. Берәүһе:
– Почем тауар? – тип һорай икән. Һатыусы Мария :
– 25 рублей, – тип яуап ҡайтара. Әбей, урыҫса аңламай:
– У меня языка сәпсим нет, ыруками ыскажи, – тигән.
Филиә БИКМӨХӘМӘТОВА,
Нурзилә Мырҙағәлина теркәне.