+4 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
2 Май 2022, 11:20

Ғәжәп хәлдәр, мәҙәк хәлдәр

ӘҘЕРГӘ БӘҘЕР Бабайы иртән иртүк:– Сәй ҡайнат әле, ҡарсыҡ, – ти.– Юҡ, юҡ, иртән йоҡо ҡасырып, кем сәйләп ултырһын инде.

Ғәжәп хәлдәр, мәҙәк хәлдәр
Ғәжәп хәлдәр, мәҙәк хәлдәр

– Улайһа, йомортҡа булһа ла бе­шерәйек.
– Таң менән кем йомортҡа ашаһын инде, – ти әбей иҫнәүҙән саҡ ауыҙын йомоп.
Бабайы асыуланып:
– Сәй ҡайнатһам – эсеп туймайһың, аш бешерһәм – ашап, ҡашыҡ ҡуймай­һың да баһа, – тине.
– Атаҡ, атаҡ, кем әҙерҙе яратмай инде, – тип әҙер өҫтәлгә әбей тып итеп килеп тә ултырҙы.
Бабайы менән икәүләшеп күңелдәре булғансы тәүҙә сәй эстеләр, аҙаҡ ҡа­лаҡлап тороп бутҡаһын да ашанылар. Вәт!

ТАУЫҠ УЛТЫРА

Хулиганлыҡ, кеше әйберҙәрен сәлдереп кенә торған өсөн хөкөм йортонан бер сығып, бер кереп йөрөгән Талиптың ҡушаматы үҙенә иш кенә – Тауыҡ. Бур йыраҡтан йөрөмәй, тейеүҙәре дөрөҫтөр. Унан иң алйығаны күршеләрелер, моғайын. Уларҙың ихатаһында бер тимер-томор һауыт-һабалары ҡалманы, тутыҡҡан ҡаҙаҡҡа ҡәҙәр сәлдерә. Ишектәре биктән өҙөлмәне.
Бер көн шулай эштән күршеһе Сәлих ҡайтып инһә, ишектәре шар асыҡ, өн-фәлән юҡ. Ҡатыны баҡсанан инеүгә:
– Үҙең белмәгән ни эш бар, белеп тораһың Тауыҡ тынғы бирмәй, өй бикһеҙ, – ти.
– Тыныслан, ҡарт. Бер аҙ тын алып торорбоҙ, Тауыҡ ултыра бит. Тауыҡ Талипты йәнә ултыртҡандар икән.

БАҺА

Сәмиғә һәр ижад емешен редакцияға ебәрер алдынан бабайы Сәлихкә уҡып баһа ала. Ҡарты энә күҙенән сығара. Үҙе лә уҡымышлы, гәзит-журнал ҡулынан төшмәй.
Сәмиғә сираттағы мәҡәләһен яҙа, ҡарты гәзит уҡып ултыра.
– Эй, яҙалар ҙа инде, кеше көлдөрөп, ҡағыҙ бысратып, берәй биш процентын уҡыйҙар микән. Хәҙер бит кеше аҡса тип үлеп бара.
– Мин гонорар өсөн түгел, күңел талабы буйынса яҙам, – ти Сәмиғә.
Сәлих гәзит уҡыуын дауам итә:
– Яҙа белмәгән ҡулыңды, һөйләй бел­мәгән телеңде тый, тигәндәр түгелме?
– Шәп булғас, үҙең берәй мәҡәлә яҙып ҡара әле, әҙерҙе генә уҡып, баһа биреп ултырған булаһың, хәстрүш, – тип Сәмиғә бабайын пыр туҙҙырып ташланы.

Флүрә ХӘЛИЛОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: