Барыһы ла зарлана. Пенсионерҙарҙың пенсияһы бәләкәй. Эшселәрҙең хеҙмәт хаҡы түбән. Бизнесмендар һалымдарҙан, кредиттан йонсой. Бөгөн Сәмиғуллинға ғына һәйбәт: ғарҡ булғансы эскән.
***
– Миңә әле 30 йәш, киләсәккә планлаштырғандың яртыһын үтәнем дә инде.
– Ҡыҙыҡ. Миңә лә әйт әле…
– Мин үҙемә маҡсат ҡуйҙым: ус тултырып аҡса эшләргә, затлы фатир һәм яхта һатып алырға, артабан эште ташлап тик йөрөргә.
– Шунан?
– Эшемде ташлап, әле тик йөрөйөм.
***
– Һеҙ ете сусҡа урлауығыҙҙы таныйһығыҙмы? – тип һорай судья хөкөм ителеүсенән.
– Юҡ.
– Мин инә сусҡа ғына урланым, ә алты балаһы үҙҙәре эйәреп килде.
***
Һүгенмәй торған көн акцияһы үткәндән һуң:
– автосервистарҙа хеҙмәтләндереү туҡталған;
– тейәү-бушатыу эштәре тотҡарланған;
– хоккейсылар матч алдынан тренерҙы аңламаған;
– кешеләр “ҡайҙа?” тигән һорауға яуап таба алмаған.
***
– Мин бесәйемде аҫрау өсөн айына 2 мең һум аҡса тотонам, йылына 36 мең һум килеп сыға. Бесәйемә 13 йәш. Бесәйҙең тормошо өсөн уны капиталлаштырыу әлеге хаҡтарҙа 312 мең һум тәшкил итә.
– Эйе, һин элиталы күсмә милек хужаһы.
***
Бәләкәй саҡта мин “банкир” һәм “банкрот” һүҙҙәрен бутай һәм һәр ваҡыт банкрот булырға теләй торғайным. Минеңсә, йондоҙҙар мине ишетте.
***
Начальник эшселәр янына килә.
– Мин эш ваҡытында тартмаҫҡа, тинем дә баһа.
Эшселәрҙең береһе, иҙәнгә сертләтеп төкөрөп:
– Кем эшләй әле? – ти.
***
– Быйыл енәйәттәр һаны 8 процентҡа кәмене.
– Һеҙ, моғайын, полиция штатын арттырғанһығыҙҙыр?
– Киреһенсә, 8 процентҡа кәметтек.
***
Тәмәке тартыу үлтерә. Тоҙ, шәкәр, араҡы – бөтәһе лә ағыу. Аҙыҡ-түлектең яртыһы – ялған, ҡалғандары сит илдәрҙән законһыҙ килтерелгән. Һалым түләү генә файҙалы. Һеҙ бөтә ведомстволарҙан бер юлы социаль реклама тыңланығыҙ.