-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
11 Май 2022, 13:00

Мәрәкәләр

Этем белһен! Реклама сығарыусы ком­панияла эшләйем. Барыбыҙ ҙа йәштәр, дәрт-дарманыбыҙ ташып тора. Көн дә иртән планерка.

Мәрәкәләр
Мәрәкәләр

нерка. Бүлмәгә ингәс тә, ме­неджерҙар һәм өлкән дизайнер менән һаулыҡ һораштым. Унан тыш беҙҙә тағы ла бер дизайнер-стажер бар. Планерка башланыр алдынан ғәҙәттә­гесә бер-беребеҙҙе шаяртып көлөшөп алдыҡ.
Коммерция директоры Йә­үит ингәс тә өлкән дизайнерға ҡаҙалды:
– Сайран, 321-се заказдың төҫлө өлгөһө әҙерме?
– Этем белһенме! – Дизайнер ауыҙ йырҙы. Директор ҙа мыйыҡ аҫтынан йылмайҙы:
– Сайран, һин өс бөйөрлө кеше кеүек һөйләшәһең.
– Йәүит, ә һин үҙеңде биш дизайнерың бар һымаҡ тота­һың...

Ярҙам

Баш күтәрмәй эшләп ултырам. Спирт-араҡы комбинатынан шылтыраттылар.
– Алло!
– Рөстәм, һин эштәме?
– Эйе.
– Беҙгә ярҙам итмәҫһеңме икән? Бик ашығыс!
– Тыңлайым.
– Генераль директорҙың беренсе урынбаҫарын тиҙ генә алып ташларға кәрәк!
– Аңламаным.
Үтенес ҡабатланды:
– Генераль директорҙың беренсе урынбаҫарын тиҙ генә алып ташларға кәрәк! – Бер аҙҙан һуң: – Беҙҙең сайттан.
– Ярай.
Яңынан шылтыраттылар:
– Алло, Рөстәм, алып ташланыңмы?
– Эйе, хәҙер ул юҡ инде.
– Ҙур рәхмәт! Һин беҙгә ныҡ ярҙам иттең.

М. ӘХТӘРОВ.

Фото: pixabay.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: