+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
14 Май 2022, 17:00

Ҡулында – таба

Ҡунаҡта ултырам. Инглиз­дәрсә хушлашмайынса китергә уйланым. Китерһең, китмәй ни! Юл аяғына ун тапҡыр эстем дә ҡуна ҡалдым.

Ҡулында – таба
Ҡулында – таба

***

Рим империяһында атайҙар балаларын ҡоллоҡҡа һатҡан. Ә мин, улыҡайым, ни бары һинең стипендияңды ғына эсеп бөтөрҙөм.
***
Даими рәүештә хәмер менән ышҡылған иҫке дуҫлыҡ тутыҡмай, ул яңыһы кеүек ялтырап тора.
***
Иҫереүҙең дүрт кимәле:
1. Ҡайттым.
2. Шыуыштым.
3. Килтереп ҡуйҙылар.
4. Килтереп ҡуйҙылар, ләкин өйгә түгел.
***
Температурам 39,9... Тағы ла 0,1 градус, һәм мин – араҡы...
***
Бөтә донъяла эскелекте ауырыу тип иҫәпләйҙәр. Беҙҙең илдә генә: «Эсмәйһеңме? Сирең бармы әллә?»
***
Иҫерек ир төндә өйөнә ҡайта. Ишекте асһа, алдында ҡатыны тора, ҡулында – таба. Ир:
– Йоҡларға ят, мин ас түгел.
***
СМС: “Сәләм, беҙҙең менән тәбиғәт ҡосағында эсергә бараһыңмы? Беҙ бында ике йәшник һыра алдыҡ”. Яуап: “Әлбиттә, барам! Кем булды әле был?”
***
Боҙло араҡы – бөйөргә, боҙло ром – бауырға, боҙло джин – йөрәккә, боҙло виски мейегә зарарлы. Был боҙ тигәндәре бигерәк ҡәбәхәт нәмә икән!
***
– Һеҙҙең бөтөн сирегеҙгә тик араҡы ғына ғәйепле, – ти табип эскесе иргә.
– Рәхмәт, доктор. Ошоға тиклем минең үҙемде генә ғәйепләп маташтылар…

Р. АЙНЫҠШИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: