+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
15 Май 2022, 11:00

Беҙҙең ауыл мәҙәктәре

“Ямсез әбиләр” Мәхмүзә инәй, Шәмси­камал инәй, “күҙ духтыры” Нәжиә ураҡҡа килгән маши­наға ултырып Йылайырға барғандар.

Беҙҙең ауыл мәҙәктәре
Беҙҙең ауыл мәҙәктәре

Инәйҙәр баҙар­ҙағы эштәрен бөтөрөп, “духтыр” балнистағы йомоштарын йомошлап, ауыл осонда машина көтөп торһалар, иртән ултырып килгән машинаның шоферы: “Өсәү ултырырға ярамай, һеҙ арттағы маши­наға ултырығыҙ”, – тип Нә­жиәне генә алып ҡуҙғалып та киткән. Артта килгәне: “Үзе чибәр кызны утыртып алды, ә миңа ямсез әбиләрне калдырды”, – тип тегеләрҙе алмай киткән дә барған.
Беҙҙә берәүҙең артта ҡал­ғанын күрһәләр: “Ямсез әби­ләре артта калган бит”, – тип көлгән булалар.

Мәрйәне яратам

Фәнил менән Сәғит ағай ҡунаҡ булып ултыралар. Фә­нил:
– Ҡайным, ҡыҙыңды айырам.
Сәғит ағай:
– Минең ҡыҙымды айырып, кемде алаһың һуң?
– Мәрйәне.
– Мәрйәне мин дә яратам да ул...
Эшләр эшеңде эшләп булмаһа, мәрйәне яратам да ул, тип әйтешеп алабыҙ.

Айһылыу БАЙБАКТИНА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: