+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
16 Май 2022, 10:00

Кәйеф

– Вәлиулла, мин нимәлер аңламаным. Кем унда ми­нең урынға һинең кәйефең­де төшөрҙө? ***

Кәйеф
Кәйеф

Универҙан ҡайтып ки­ләм. Ҡаршыма һылыу ҡыҙ осраны. Миңә ҡарап, яғым­лы йылмайҙы. Шунда уҡ кәйефем күтәрелде. Өйгә ҡайтҡас, көҙгөгә ҡараһам, бүрегемде тиҫкәрегә кей­гән­­мен икән. Йөйҙәре күре­неп тора. Барыһы ла урынына ултырҙы.
***
Уларҙа һәммәһе лә нисек килеп сыға икән? Киләләр – кәйефте күтәрәләр, баш ауыртыуын бөтөрәләр, һәй­бәт йоҡлаталар, көс өҫтәй­ҙәр… Мин аҡса тураһында әйтәм.
***
Бер рюмка эсһәң – аппетит асыла. Бер стакан тө­шөрһәң – күңел күтәрелә. Бер шешә бушатһаң – күңел байрам итә. Бер литрҙан ба­ры­һы ла: аппетит та, күңел дә, байрам да була. Тин һин уларҙың береһен дә хәтерләй алмай­һың.

***

Ҡатын-ҡыҙ ГАИ инспекторы һымаҡ: теләһә нәмә һөйләй, кәйефте боҙа, аҡса­ны тартып ала, етмәһә, һин ғәйепле булып ҡалаһың.
***
Барыһы ла кәйефкә бәй­ле. Кәйефең булһа, диванда энтузиазм менән ятаһың. Булмаһа, бер ниндәй ил­һам­ланыуһыҙ борғалан­а­һың.
***
Урамдан йылмая-йылмая атлайым. Кәйефем күтәрен­ке. “Бөтә кешеләрҙең кәйе­фе һәйбәт булһын ине”, – тип уйлайым. Күләүеккә йығыл­дым. Ятам. Ҡараһам, тирә-яғымда кешеләр йылмая… Кәйефтәре, йәнәһе, күтә­ренке.
***
Профессор:
– Коллегалар, хәмер, һис шикһеҙ, алыҫтан кәйефте кү­тәрергә һәләтле.
– Аңлатығыҙ.
– Бына һеҙгә иптәшегеҙ шылтыратып араҡы алыуы тураһында хәбәр итә. Ул һеҙҙә юҡ, ә кәйефегеҙ күтә­релә.

Б. КҮСӘРБАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: