+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
17 Май 2022, 18:00

Урлашҡылары ла

Беҙҙең иҡтисадтың хәлеме? Ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә иҫкәртмә баҫалар: “Ҡабат ашамаҫҡа!” ***

Урлашҡылары ла
Урлашҡылары ла

– Түләүле һәм түләүһеҙ медицина араһындағы айырманы нисек аңларға?
– Бында бер ниндәй ҡатмарлы нәмә лә юҡ, коллега. Береһендә һине психотерапевт, икенсеһендә псих терапевт дауалай.

***

Рәсәйҙә штрафтарҙы байлыҡты иҫәпкә алып билдәләй башлаясаҡтар – байлығың күп булған һайын штраф та әҙерәк.
***

«Эшләргә» тигән һүҙгә иң һәйбәт рифма – «кәрәкмәй».
****
Ике аптекарь осраша. Беренсеһе моңһоу ғына һорай:
– Нисек йәшәйһең? Дарыуҙар ҡиммәт, алыусылар һирәк. Мин бөлгөнлөк алдында торам.
– Ә минең таныш биш терапевым бар.
****
Ҡыҙыҡ: элек тә батша һарайҙан сыҡҡанда юлдарҙы яптылармы, алдынан һәм артынан полиция кареталары барҙымы, ә батша тройкаһында кәрәсин мигалкаһы торҙомо икән?
***
500 мең һум оттоң, тигән СМС алдым. Уны кредитты ҡапларға банкыға ебәрҙем.
***
Элек бай ата-әсәләр балаларына уйынсыҡ тимер юл бүләк иткән, хәҙер – ысынын.
***
Эш бүре түгел. Бүрене шунда уҡ үлтерәләр, әжәле еткәнсе һәр көн һигеҙ сәғәт этләмәйҙәр.
***
Рәсәй аэропорттарында йөк тейәү­селәр етешмәй. Халыҡ бөтөнләй ялҡаулашты, хатта урлашҡылары ла килмәй.
***
Банкыға ике ир-ат инә.
– Мин бер аҙ аҡса алыр инем, – ти береһе.
– Счетыңдың номеры?
– Әгәр счетым булһа, ҡулыма пистолет тотоп тормаҫ инем.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: