+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
22 Май 2022, 12:00

Дача мәҙәктәре

Ҡеүәтле системаЭштә коллегам, дачала һуҡыр сысҡандар йөҙәтте, тип һөйләне. Дуҫтарының береһе уға карап сиренаһы биргән.

Дача мәҙәктәре
Дача мәҙәктәре

Сиренаны йәшниккә ҡуйып, уны 1,5 метр тәрәнлеккә күмгәс, унан өйөнә сым һуҙған. Ҡайтып китер алдынан тоҡандырған.
Киләһе ялда килгәс, күршеһе, ҡасабала ниндәйҙер сәйер хәл бара, тип һөйләгән. Һуҡыр сысҡандар, сысҡандар һәм ҡомаҡтарҙың үҙҙәренән генә түгел, яҡындағы өйҙәрҙән дә ҡасыуы – ярты эш. Селәүсендәр ер өҫтөнә сыҡҡан, тауыҡтар йомортҡа һалыуҙан туҡтаған.

Гастарбайтерҙар

Дачала йәшәйем. Кисә. Иртән верандала ҡәһүә эсеп ултырам. Ишек шаҡынылар. Астым. Гастарбайтерҙар. Үҙҙәрен әҙәпле тоталар. Мөләйемдәр.
– Хужа, газоныңды сабып бирәбеҙ, ни бары 5000, ҡиммәт алмайбыҙ.
– Әфәнделәр, минең үҙемдең газон сапҡысым бар. Рәхмәт.
Баштарын эйеп йылмайҙылар:
– Ғәфү итегеҙ, хужа.
Иртән. Газон сапҡыс урынында юҡ. Урлағандар.

Ҡиммәт

Оло юл буйында ер еләге һатып ултырам. Машиналар тегеләй ҙә, былай ҙа уҙа, ләкин береһе лә туҡтамай. Ниһайәт, береһе тормозға баҫты. Ниндәй машина булғандыр – хәтерләмәйем, бик ҡиммәтле иномарка ине шикелле. Унан олпат ағай сыҡты.
– Күпменән һатаһың? – тип һораны.
– Банкаһы 250 һум.
– Ҡиммәт.
– Ҡиммәт булһа, алмағыҙ һуң.
– Әйҙә, 500-гә ике банка!
Ризалаштым.
Һатып алды. Китте.

А. АҠТУҒАНОВ.

Фото: chert-poberi.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: