+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
26 Май 2022, 12:00

Ауыл мәҙәктәре

Имеҙәм Ҡалала йәшәүселәр йәйҙе ял осоро тип ҡабул итеп өйрәнгән, ауылда иһә ул эштең иң ҡыҙыу мәленә тап килә. Ә йәйге эштең иң олоһо – бесән.

Ауыл мәҙәктәре
Ауыл мәҙәктәре

Сабылған бесәнде тырматып, күбәләп йөрөгән саҡ. Ауылда балалар эшкә тиҙ өйрәнә, шуға күрә ун өс йәштәр самаһындағы үҫмер ат тырмаһы артына ултырып ала, ат артынан ҡолон да эйәреп йөрөй икән. Бесән тырматырға тип ағас араһына инеп юғалған малайына атаһы: "Ҡайҙа йөрөйһөң?" – тип түҙемһеҙләнеп ҡысҡырғас, үҫмерҙең: "Туҡта, имеҙеп торам бит!" – тигән яуабы ишетелгән, ти. Баҡтиһәң, ҡолонсаҡ асығып та өлгөргән икән.

Ояһында ни күрһә...

Боҙоҡ малайҙар һәр ерҙә бар. Ата-әсәнең битараф мөнәсәбәтенән тыуған­мы был холоҡ, әллә тирә-яҡ мөхиттең йоғонтоһомо – кем белһен. Әммә улар бар һәм мажараға тарып ҡына тора.
Бәс, шуларҙың береһе һаман өйҙә юҡ, инде бер төн үткән. Икенсе көндө эҙләп сыҡҡан халыҡ быны иптәше менән йылға буйында тапҡан. Эҙләүселәрҙең күҙҙәренә ғәжәйеп тамаша асылған. Аяҙ көн, күк йөҙөндә бер болот та юҡ. Йылға аръяғындағы һаҙлыҡта ҡоштар һайрай, күбәләктәр оса. Ә был яҡта, сәскәле ялан ҡырында, сылтырап аҡҡан йылға ярында, ике малай иҫерешеп, ҡурай тартып, һағышлы моңға батып ултыра.
Ояһында ни күрә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле.

Экстрим

Хәлдәр насар. Хәҙер инде береһе лә мөһим түгел. Үҙем дә һиҙмәҫтән, ҡыҙыу вулкан янына килеп сыҡтым. Өҫтән ағып төшкән ҡыҙыу лавала батмаҫ өсөн бейек таш өҫтөндә торам. Ҡайһылай эҫе. Күлдәгемде сисеп, тиремде һөртәм. Бында оҙаҡҡа ҡалырға ярамай, ҡасырға кәрәк. Әһә, эргәлә торған ҙурыраҡ ташҡа һикерермен, унан икенсегә, һуңынан иһә ҡыҙыу йылғаның аръяғына – ҡоро ергә лә барып сығырмын.
Әҙерәк икеләнеп торғас, эргәләге ҡаяға осоп еттем. Күлдәгем ҡулдан ысҡынып аҫҡа осто. Әлеге ваҡытта юғалған кейем хаҡында ҡайғырырға ваҡыт юҡ. Хәл булғанса ғүмер өсөн көрәшергә кәрәк...
– Төш дивандан! – әсәйҙең тауышы ишетелде. – Күпме әйтергә була, һикермә өй буйлап! Иҙәндән күлдәгеңде ал да, ашарға ултыр, – тип бүлмә буйлап ҡуйылған ултырғыс, креслоларҙы урынлаштыра башланы...

Айбулат СӘСӘНБАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: