Көрҙәрен генә һайлап ашайҙар. Бик асыҡһалар, ауылға килергә лә тартынмайҙар.
Бер айыу, Ағиҙелдән йөҙөп сығып, Ғәлимйән ағайҙарҙың ҡапҡаһын уңлы-һуллы бәргеләп, йорт алдына килеп инә. Танауы быҙау еҫен тойоп, һарай ишеген ватырға тотона. Һарай алдында өс бесәй балаһы уйнап йөрөгән була. Улар ҡурҡыуҙарынан йыртҡысҡа тештәрен ыржайтып сыйылдай башлай. Шул саҡ инә бесәй балаларын ҡыҙғанып, солан аҫтынан килеп сыға ла айыуға ташлана. Елкәһенә менеп ултырғас, тырнаҡтарын, тештәрен батыра. Көтөлмәгән һөжүмдән ҡурҡып, йыртҡыс кире Ағиҙел аша йөҙөп сығып, урманға ҡаса.
Бесәй үлгәндер инде, тип уйлай кешеләр. Ләкин кис көнө йылға аръяғынан мыяулаған тауыш ишетелә. Шәүрә апай менән Ғәлимйән ағай, йылғаны йөҙөп сығып, батыр бесәйҙе өйҙәренә алып ҡайта. Бесәйҙең балаларын иһә халыҡ сиратҡа яҙылып һатып ала.
Юнир САЛАУАТОВ.
Фото: babiki.ru