+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
30 Май 2022, 18:00

Мәрәкәләр

Олатайым Олатайым менән ҡалала урамда йөрөйбөҙ. Ул абруйлы кеше, заводта баш конструктор булып эш­ләгән, әле туҡһанды ҡыуа.

Мәрәкәләр
Мәрәкәләр

Иҫке генә бер йорт янынан үткәндә ул былай тине: «Мин техникумда уҡыған­да бында ҡатын-ҡыҙҙар ятағы ине. Беҙ йыш ҡына унда янғын баҫҡыстары буйлап үрмәләнек». Уның йәш сағындағы мөхәббәт мажаралары тураһындағы романтик хәтирәләренә биреләм. Олатайым дауам итә: «Элек һыуытҡыстар юҡ ине. Ҡыҙҙар аҙыҡ-түлек тултырылған тоҡ­сайҙарын тәҙрә артына элә торғайны. Ит, билмән, ба­лыҡ…»

Өләсәйем

Минең өләсәйем бар. Көҙгә 87 йәшен тултыра. Ул шундай кеше: бер ва­ҡытта ла бер нәмәгә лә зарланмай, йәшенә һыл­та­н­­май. Картуф ҡаҙыһаҡ – ул беренсе булып тотона, бесән өйһәк – ул бе­рен­се булып ҡулына һәнәк ала, ашарға әҙе­рләһәк – ул беренсе булып кәстрүл­гә үрелә.
Әҙерәк сырхағас, өлә­сәйҙе бер аҙнаға дауа­ханаға һалдыҡ. Ике көн­дән ҡасып ҡайтты. Һора­шабыҙ:
– Ниңә ятманың?
– Унда ҡарт-ҡоролар ме­нән ултырғансы… Эшем бөткәндер шул.
– Ҡарсыҡтарға нисә йәш һуң?
– Береһенә – 57, икен­сеһенә – 64.

И. ҒИЛМАНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: