-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
31 Май 2022, 12:00

Мәктәп хикмәттәре

Хәлфиҙең бишенсе синыф­та уҡыған улы мәктәптән ҡай­тып инеү менән:– Атай, һине мәктәпкә саҡы­ралар! – тине, күҙҙәрен майландырып.

Мәктәп хикмәттәре
Мәктәп хикмәттәре

– Тағы ниндәй эш боҙҙоң унда?..
– Туп типкәндә, тәҙрәгә килеп тейеп, быялаһы ватылды ла ҡуйҙы.
Атай кешегә мәктәпкә ба­рырға тура килде. Уҡытыусы алдында улы өсөн ҡыҙары­нып-бүртенеп ҡайтһа ла, улына ныҡ бәрелмәне ул. Малай кеше шулайыраҡ була инде, тип үҙен-үҙе тынысландырҙы.
Әммә-ләкин тағы күпмелер ваҡыт үтеүгә Айҙар атаһын мәктәпкә саҡырыуҙары тура­һында хәбәр итте.
– Был юлы нимә ваттың?! – тине атаһы уҫал ҡараш ташлап.
– Әй, булды инде шунда, уйламағанда ғына химия бүл­мәһенең бер мөйөшөн шарт­латырға тура килде.
Тағы күпмелер ваҡыт үтеү­гә, башын аҫҡа эйеп, атаһын мәктәпкә саҡырыуҙары тура­һында йәнә хәбәр һалды.
Атаһы, ҡәнәғәтһеҙлеген белдереп, ҡысҡыра ғына башла­ғайны, Айҙар улы:
– Минеңсә, һин беҙҙең класс етәксеһенә бик оҡшағанһың! – тине.
– Етер һиңә, мин бер ҡайҙа ла бармайым! – тип ҡысҡыр­ғанын атаһы үҙе лә һиҙмә­йе­рәк ҡалды.
– Башта уҡ шулай эшләһәң, һинән да аҡыллы кеше булмаҫ ине, – тип ҡуйҙы Айҙар. – Һин унда барып, мин шартлатҡан химия бүлмәһен барыбер таба алмаҫ инең.

Л. БАЙРАМОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: