+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
2 Июнь 2022, 15:00

"Үҙегеҙҙеке кеүек ашағыҙ…"

Тапҡырбайҙың йәштәштәре йәй­ге кистәрҙә ауылдағы әбей-бабайҙарҙың баҡсаһын баҫа. Сал­бар кеҫәләрендә, кепкаларында йыйып алып сыҡҡан ҡыяр­ҙы Бу­ран­бай исемле егет йәшәгән йорт­тоң ҡапҡа алдындағы эскәм­йәлә күлдәк, футболкаға һөртөп ашайҙар.

"Үҙегеҙҙеке кеүек ашағыҙ…"
"Үҙегеҙҙеке кеүек ашағыҙ…"

(Был эште нәҡ шул Буранбай бик яҡшы ойоштора ла инде).
Көндәрҙең береһендә Тапҡыр­бай күрше ҡыҙы менән Буранбай­ҙарҙың эскәмйәһендә ултырып ҡала. Буранбай бер төркөм йәш­тәр менән урам буйлап китә. Бер мәлде ҡыяр ҡараҡтары килә. Тап­ҡырбай менән күрше ҡыҙы эскәм­йәлә тәмләп кенә ҡыяр ашап ултыра.
Буранбай, уны-быны уйлап тормай, бөгөн фәлән бабайҙың баҡ­са­һын баҫтыҡ, ну ҡыярҙары уңған, тип, хужаларын маҡтай-маҡтай иптәштәрен һыйлай:
– Үҙегеҙҙеке кеүек ашағыҙ, үҙе­геҙҙеке кеүек ашағыҙ, – ти.
– Үҙебеҙҙеке кеүек ашайбыҙ, үҙебеҙҙеке кеүек ашайбыҙ, Буранбай, – ти Тапҡырбай. – Беҙ алыҫ йөрөмәнек, ҡыярҙы һеҙҙең баҡсанан ғына алып сыҡтыҡ…

"Адресығыҙҙы ебәрмәнегеҙ..."

Тапҡырбай егет ҡорона етә. Ун һигеҙе тулғас, армия хеҙмәтенә са­ҡырыла. Ауылдаштары, күрше­ләре йыйылышып, ата-әсәһе, ту­ғандары хәйерле юл теләп, ҙур­лап егетте хеҙмәт итергә оҙата­лар. Үҙенән ике йәшкә өлкән бер егет менән һүҙ көрәштерә Тап­ҡыр­бай: хәрби хеҙмәттән өйөнә бер хат та яҙмаясаҡ.
Тапҡырбай ике йыл хеҙ­мәттә була. Бер хаты-хә­бә­ре лә килмәй. Имен-иҫән йөрөһә, ҡайтыр әле, тип йыуана ата-әсәһе.
Бына ике йыл да артта ҡала. Хәр­би кейем кейеп, ҡулына сума­ҙан тотоп, киң күкрәкле баһадир бу­лып ҡайтып төшә Тапҡырбай ауы­лына. Һүҙ көрәштергән егет ул ваҡытта уларҙа ултырған була.
– Әй, улым, исмаһам, бер хат та яҙманың. Ике йыл буйына нисек түҙҙең? – ти әсәһе, күҙ йәштәрен һөртөп.
– Әсәй, адресығыҙҙы һалма­нығыҙ бит. Адресты белмәгәс, нисек хат яҙайым? – тип яуаплай егет һүҙ көрәштергән ауылдашына серле күҙ ҡыҫып.

Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: