-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
5 Июнь 2022, 17:00

Мәрәкәләр

Хоҙай ҡушмаһын!Ир – юрист һәм ҡатын – юрист.Ирҙең атаһы – генераль прокурор. Ирҙең әсәһе – конституция суды судьяһы. Ирҙең бер туған ағаһы – юридик фән­дәр докторы. Ирҙең һеңлеһе – адвокат.

Мәрәкәләр
Мәрәкәләр

Ҡатындың атаһы – ФСБ-ның айырыуса мөһим эштәр буйынса тәфтишсеһе. Ҡатын­дың әсәһе – Юғары административ судтың судьяһы. Ҡа­тындың ағаһы – ГРУ-ның ҙур урында ултырыусы чиновнигы. Ҡатындың бер туған апаһы – илдең атҡаҙанған юрисы.
Айырылышырға Хоҙай ҡуш­маһын!

Ялан кухняһы

Беҙҙең ишек алдына яңы асфальт һалалар. Ял көндәрендә эш туҡтатылды. Ләкин ыҫмала йылытыусы мейесте ҡалдыр­ҙылар. Магазинға барғанда уның янына бала-саға йыйыл­ғанын күрҙем. Ҡайтҡанда ме­йескә аҡбур менән “Ялан кух­няһы” тип яҙылғайны һәм йондоҙ төшөрөлгәйне.

Апайҙар һәм маймылдар

Район мәктәптәренең бере­һендә башланғыс кластарҙа белем биреүсе ҡатын аттестация үтергә тейеш була. Ай буйы әҙерләнә, дәрес түгел, ә әкиәт ижад итә.
Билдәләнгән көн, сәғәт килеп етә. Район үҙәгенән килгән ике апай артҡы рәттәге өҫтәлдәр­ҙең береһенән урын ала. Уҡы­тыусы дәресте башлай:
– Балалар, бөгөн беҙҙә хә­терҙә ҡалырлыҡ дәрес була­саҡ. Беҙгә ысынлап та күңелле булһын өсөн, мин дәрескә ике маймыл саҡырҙым…
Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, ул өҫ­тәл аҫтынан йомшаҡ ике уйынсыҡ алырға эйелә. Ә балалар, команда биргәндәге кеүек, артҡы өҫтәлгә борола. “Маймыл”дарҙы ҡарарға…
Уҡытыусы аттестацияны уңышлы үтә.

М. ҺАТЫБАЛОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: