+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
6 Июнь 2022, 17:00

Йырлайҙар ҙа бит…

«Ҡарсығым да үҙ эргәмдә, Пенсиям да етерлек», – тип йырлайҙар ҙа бит, ниндәй эштә эшләнең, минең пенсиям ни фатирға түләргә, ни ашарға етмәй.

Йырлайҙар ҙа бит…
Йырлайҙар ҙа бит…

***

«Сибәрҙәрҙе сибәр
яратыр», – тип йырлайҙар ҙа бит, маҡ­танма, һинең кеүек сибәр бул­маһам да, әллә нисә иргә барып айырылдым, һинең кеүек берәүҙең генә күҙенә ҡарап, дер ҡалтырап тормайым.

***

«Таң һыуына бара
йәш килендәр,
Көйәнтәләр –
сәскә-нур ғына», – тип йырлайҙар ҙа бит, буш һүҙ, беҙҙең ауылда көйәнтәне көн­дөҙ ут яндырып эҙләһәң дә табырмын тимә: өйләнгәс, кәлә­шемә һыу юлы башлатырға көйәнтәне музейҙан алып торҙоҡ.
***
«Бер хәсрәтем ике була
Иртән тороуҙарыма», – тип йырлайҙар ҙа бит, ерунда, 100 грам һалып алһам, минеке сәпсим юғала.

ТАПҠЫРБАЙ.

Фото: sauap.org

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: